

Таксист яҙмалары
Әсҡәт ағайҙың көйәләнеүе күп руль артындағыларға яҡшы аңлашылалыр. Ә бар йәйәүлеләр был хаҡта беләме икән?
- Мин таксист булып оҙайлы йылдар эшләйем. Оҡшай. Үҙем күптән хаҡлы ялдамын, сөнки милицияла эшләп сыҡтым. Таксист булып эшләү дәүерендә башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәрҙе лә күргән булды. Әммә мине йәй осоронда йәйәүлеләрҙең кейемендә яҡтыртҡыс булмауы борсой. Ниңәлер уны ҡышҡыһын ғына талап итәләр күберәк. Хәҙер йылы кис-төндәрен. Бар халыҡ тышта. Ҡараңғы төшкәс китеп барһаң йәйәүлеләр үткәүеленән үткән кешеләрҙе көскә күреп ҡалаһың. Баймаҡта кешеләр ошо пешеходдкаларҙы ныҡ тыныс йөрөй, яйлап сыға. Ә уларҙың күбеһен яндарына барып еткәс кенә күреп ҡалаһың. Айырыуса йәштәрҙе, улар ҡап-ҡара итеп кейенә бит. Ярай, мин бындда йәшәйем, һәр шундай урынды беләм. Ә ситтән килгән водителдәр? Араларында тәрибәһеҙҙәре лә күп бит. Улар һеҙҙе күреп туҡтап өлгөргәнсе, һуң булыуы бар. Шул уҡ йәштәр бигерәк шәп йөрөй ҡала буйлап.
Зинһар, иғтибарлы булығыҙ, яҡтыртҡыстар тағып сығығыҙ ҡараңғы төшкәс.