

водителдәргә лә, йәйәүлеләргә лә төп ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Шул осраҡта ғына юл-транспорт ваҡиғалары кәмейәсәк:
— йәйәүлеләр тротуарҙан йәки йәйәүлеләр өсөн юлдан ғына, улар булмаған осраҡта юл ситенән генә йөрөргә тейеш;
— ҡараңғыла юл ситенән барғанда кейемдә мотлаҡ рәүештә водителдәргә күренеп торорлоҡ яҡтылыҡ сағылдырыусы әйберҙәр булырға тейеш;
— йәйәүлеләр юлды мотлаҡ йәйәүлеләр сыға торған урындан, улар булмаған осраҡта тротуар буйындағы юл сатынан йәки юл ситенән сығырға тейеш;
— юл билдәләре менән тәьмин ителмәгән юлды аша сыҡҡанда яҡынлашып килгән машинаның тиҙлеген күҙ уңында тотоп, хәүеф янамаған осраҡта ғына уны үтергә кәрәк.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә беҙҙе бала саҡтан өйрәтәләр. Әммә, үҫеп еткәс, был ҡағиҙәләрҙе күп осраҡта онотабыҙ. Тирә-яғыңа ҡаранып, дөрөҫ итеп юлды аша сығыу – иң төп ҡағиҙәләрҙең береһе булып тора. Йәйәүлеләр ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгән осраҡта юл-транспорт ваҡиғалары күпкә аҙыраҡ булыр ине. Бик ҡабаланған осраҡта ла тейеш булмаған урында юлды аша сығырға ярамай.
Насар һауа торошо шарттарында йәйәүлеләргә бигерәк тә иғтибарлыраҡ булыу кәрәк! Ямғыр йә томан булған саҡта водитель тирә-йүнде насар күрә. Бындай осраҡта транспорт йөрөтөүе күпкә ҡыйынлаша. Еүеш юлда автомобилде туҡтатыр өсөн дә күберәк ваҡыт талап ителә. Шуға ла хәүефһеҙлек янамауы тураһында тулыһынса ышанғас ҡына юлды аша сығығыҙ. Автомобиль тиҙ генә туҡтай алмай, шуны хәтерегеҙҙән сығармағыҙ! Ауыр хәл килеп тыуған осраҡта ярҙам һорап юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарына мөрәжәғәт итегеҙ. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, кәрәк булғанда техник хеҙмәт йәки эвакуатор саҡыртыуҙа ла. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Баймаҡ ЮХХДИ-һы.