Йәмғиәт
6 Августа 2023, 08:45

Ысын ирҙәр - беҙҙә бит ул!

Тик ул: "Һаулығым булмаһа ла, ир булып ҡалам әле мин. Дамы вперед, үтегеҙ",-тип йылмайҙы...

Ысын ирҙәр - беҙҙә бит ул!Ысын ирҙәр - беҙҙә бит ул!
Ысын ирҙәр - беҙҙә бит ул!

Аптекаға барып индем. Сират юҡ, кассала  өлкән йәштәге бер олатай ғына тора. Күренеп тора, һаулығы ныҡ ҡаҡшаған. Ҡулдары ҡалтырай, аҡсаһын көскә һанап бирҙе.

Кәрәкле дарыу булмағас, кире боролдом. Олатай ишеккә барып еткән ине. Ишекте тотоп тороп, уға сығырға ярҙам итергә булдым. Тик ул: "Һаулығым булмаһа ла, ир булып ҡалам әле мин. Дамы вперед, үтегеҙ",-тип йылмайҙы. 

Олатайҙың үҙенең ошо ҡылығынан үҙе лә ҡыуаныс кисереүе һиҙелә ине. Мин дә уға рәхмәт әйтеп йылмайып, үҙ юлыма ашыҡтым. Әллә ниндәй ваҡиға ла түгел кеүек, әммә ошо олатай яҡшы кәйеф бүләк итте. Көнө буйына. Бына шундай ул ысын ир-егеттәр!  

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас