Йәмғиәт
4 Август 2023, 12:40

Эшле булғың киләме?

Эш биреүселәр эш тәжрибәһе булмаған йәштәрҙе лә алырға әҙер. Бының өсөн 29 августа Өфөлә һәм райондар буйынса үтәсәк вакансиялар йәрминкәһендә ҡатнаш! 

Эшле булғың киләме?Эшле булғың киләме?
Эшле булғың киләме?
Хәҙерге йәштәр уҡып ҡына түгел, ә эшләп тә өлгөрә. Был йәһәттән ҡыҙҙар һәм егеттәргә төрлө акция, проекттар ҙа ярҙамға килә.
Өфөлә һәм район-ҡалаларҙа үтәсәк сарала ваҡытлыса эш табырға ла мөмкин. Вакансияларҙы тикшерелгән эш биреүселәр тәҡдим итә. Улар эш тәжрибәһе булмаған йәштәрҙе лә алырға әҙер. Был йәһәттән беҙҙең мәшғүллек үҙәге йәштәргә вакансиялар тәҡдим иткән төрлө акциялар ойоштора. 
29 августа Башҡортостандың бөтә район һәм ҡалаһында йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторола. Өфөлә сара "Торатау" Конгресс-холында була.
Унда Башҡортостандың ҙур компаниялары ла ҡатнаша. "БСК", "Полиэф", "Гидравлика", "Фудзияма", "Метта", Республика кардиология үҙәге, "БЭК" һ.б.Иртәнге сәғәт унда башлана һәм киске 5-кә тиклем дауам итә. Быныһы Өфөлә уҡыған студенттар һәм йәштәр өсөн. Ә Баймаҡ ҡалаһында һеҙ мәшғүллек үҙәгенә С. Юлаев проспекты, 38 адресы буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. 
 
Фото: Баймаҡ мәшғүллек үҙәге сәхифәһенән.
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас