

Республиканың урман хужалығы министрлығы Башҡортостанда янғынға ҡаршы режим дауамын итеүен иҫкәртә. Хәүефле миҙгел башланғандан алып, бар урман хужалыҡтары "Юғары әҙерлек" режимында эшләй.
Быйыл көндәрҙең үтә эҫе булыуы һәм киҫкен елдәр арҡаһында 31 марттан 28 июлгә тиклем 122 урман янғыны теркәлде. Уларҙың төп сәбәбе - халыҡтың ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы. Ут 3 мең гектарҙан ашыу урман майҙансығында ҡоторҙо.
Кешеләрҙең тәбиғәт ҡосағында усаҡ яғыуы, тәмәке төпсөгөн һүндермәй ташлап китеүе, быяла шешәләрҙе ярып китеүе һәм йәшендәр урманда ут сығыуға сәбәпсе була. Бер осҡон әллә нисәмә гектар урманды юҡҡа сығарыу көсөнә эйә булыуын онотмағыҙ! Әгәр урманда янғын сығыуын күрһәгеҙ, тиҙ арала Урман һағының берҙәм һанына 8 (800)100-94-00, йәки БР урман министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8(347)218-14-14 шылтыратығыҙ.
Тыуған ерҙәребеҙҙе, урмандарыбыҙҙы үҙебеҙ һаҡлайыҡ!