

Еләккә барған кешеләрҙе айыу баҫтырыуын яҙғайныҡ инде. Ә бына бәшмәкселәр ҡабандарҙан саҡ ҡасып ҡотолған. Был хәл Рыҫҡужа ауылы янында булған. Магнитогорск ҡалаһының бәшмәк яратыусылары ағастарға менеп саҡ ҡасып ҡалған. Ҡабандар уларҙың янында, бер-икәүһен илатҡансы оҙаҡ ҡына өйөрөлөп йөрөй. Бәшмәкселәр ҡабандарҙың эреле-ваҡлы һәм утыҙҙан ашыу булыуын белдерә. “Иң ҙур – ата ҡабан айырыуса ҡурҡыныс ине”,- тиҙәр улар.
Ҡабандарҙың юлына килеп сыҡҡандармы, әллә был йәнлектәр ҡала кешеләрен бик үк өнәп етмәйме, билдәһеҙ.
Һунарсыларҙан ҡабандарҙың кеше өсөн ҡурҡынысмы икәнлеген һораныҡ. “Ҡабан һирәк осраҡта кешегә ташлана. Әммә уны урап үтеү яҡшыраҡ булыр. Сөнки ярһыған ата ҡабан йыртҡыс хайуандарҙы ла еңә”,-булды яуап.
Бына шулай, ҡәҙерле дуҫтар, урманға барғанда беҙ унда ҡунаҡ ҡына булғанды онотмайыҡ. Ҡабандар, айыуҙар, ҡуян-төлкөләр унда хужа. Шуға күрә тәбиғәт ҡосағында, ҡунаҡ кеше булараҡ, тыйнаҡ та, йыйнаҡ та булайыҡ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.