Йәмғиәт
11 Июль 2023, 08:35

Алыҫ юлға сығырға ашыҡмағыҙ!

Баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов водителдәргә мөрәжәғәт итте. Ул алыҫ юлға сығыуҙан мөмкин тиклем тыйылырға саҡырҙы...

Алыҫ юлға сығырға ашыҡмағыҙ!Алыҫ юлға сығырға ашыҡмағыҙ!
Алыҫ юлға сығырға ашыҡмағыҙ!

Көндәрҙең үтә эҫе тороуы юлдарҙағы көсөргәнешлекте лә арттыра. Владимир Севастьянов бөгөн дә һауа температураһының ҡырҡ градус тирәһе буласағын иҫәпкә алып, үҙенең телеграм каналы аша водителдәргә мөрәжәғәт итеп алыҫ юлға сығыуҙан тыйылырға саҡырҙы.

- Юлдағыларҙы беҙ иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Машинаһы боҙолоп туҡтап ҡалғандарға шунда уҡ ярҙам итергә тырышабыҙ. Шулай ҙа эҫенең кешеләргә көслө тәьҫирен дә иҫәпкә алып, алыҫ юлдарҙан тыйылып торһағыҙ яҡшы булыр ине, тип яҙҙы ул. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас