Йәмғиәт
9 Июль 2023, 11:30

Ағас ауған

Елһеҙ көндә кешеләр өҫтөнә ағас ауған. Был фажиғәгә кем ғәйепле һуң?..

Ағас ауғанАғас ауған
Ағас ауған

Абау!

Йәйге ялда һәр кем тәбиғәт ҡосағына ашыға. Әммә хәүефһеҙлек хаҡында ла онотмағыҙ.

Иглин районында палаткалар ҡуйып ял итеүселәр оло ҡазаға тарый. Ҡапыл ҙур тополь ағасы ҡолай. 30 йәштәге ауырлы ҡатын яралар алып, дауаханаға оҙатылған. Хәле ауыр булған буласаҡ әсәгә һәм тыуасаҡ сабыйға тик һаулыҡ теләйбеҙ. Ҡазаны күреүселәр былай тип һөйләй:

- Әҙ генә лә ел иҫмәй ине. Әммә шул саҡ ҙур ағас үҙенән-үҙе ҡоланы, машина өҫтөнә барып төштө. Кешеләр паникаға бирелмәй йәһәт кенә ҡаза күреүселәргә ярҙам итте.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас