Йәмғиәт
3 Июль 2023, 13:05

Яугирҙәргә - дарыу үләндәре

Иртәгә махсус хәрби операцияла булған ир-егеттәребеҙгә сираттағы гуманитар ярҙам китә. Уны әҙерләүгә, һәр саҡтағыса, яугирҙәрҙең туғандары ғына түгел, ә ойошма-предприятиелар, бар район халҡы ҡушылды...

Яугирҙәргә - дарыу үләндәреЯугирҙәргә - дарыу үләндәре
Яугирҙәргә - дарыу үләндәре

Ишбирҙеләр яугирҙәргә үлән йыйҙы

Иртәгә махсус хәрби операцияла булған ир-егеттәребеҙгә сираттағы гуманитар ярҙам китә. Уны әҙерләүгә, һәр саҡтағыса, яугирҙәрҙең туғандары ғына түгел, ә ойошма-предприятиелар, бар район халҡы ҡушылды.

Ишбирҙе мәктәбе директоры Ләйсән Сәфәрғәле ҡыҙы яугирҙәргә файҙалы дарыу үләндәрен йыйыуҙы ойошторҙо. Ауыл халҡы уның изге теләген күтәреп алды. Сөнки яугирҙәргә һалҡын тейеүҙән ярҙам иткән, ҡанды туҡтатҡан, яраларҙы тиҙерәк бөтәштергән үләндәр бик тә кәрәк. Ләйсән Сәфәрғәле ҡыҙы былай тине:

- Мәрйәмә Хәсәнова, Ғәлимә Юнысова, Фәннүр Солтанғолова, Динә Юнысова, Ләлә Иҙелбаева апайҙар үләнде бигерәк күп йыйып бирҙе. Үләндәрҙең исемен һанап бөтөрлөк түгел! Бөгөн уларҙың барыһын да Баймаҡҡа алып килеп, мәғариф бүлегенә алып барып тапшырҙым.

Ләйсән Сәфәрғәле ҡыҙы студент ҡыҙҙары Зарина һәм Камила менән халыҡ алып килгән һәм үҙҙәре әҙерләгән үләнде матур итеп ҡағыҙ йәшниктәргә бүлеп һалып сыҡҡан.

Үлән йыйыусыларҙың барыһы ла: “Һуғыш тиҙерәк бөтһөн, яугирҙәребеҙ еңеү менән, имен-һау әйләнеп ҡайтһын!”-тип теләк белдерҙе.

Афарин, ишбирҙеләр!

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас