

Иң ҡәҙерлеңде һаҡла!
Республикала шулай тип аталған үҙенсәлекле социаль кампания башланды. Уға Баймаҡ ЮХХДИ-һы хеҙмәте лә ҡушылды
Балаларҙы юл фажиғәләренән һаҡлау өсөн БР дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт органдары менәнн берлектә “Иң ҡәҙерлеңде һаҡла!” тип аталған социаль кампания иғлан итте. Ул кисә башланды һәм 14 июлгә тиклем дауам итәсәк.
Был ваҡытта балаларҙы юл-транспорт ҡазаларынан һаҡлау өсөн махсус саралар үтәсәк, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре йәйге лагерҙарға барып малайҙар һәм ҡыҙҙар менәнн осрашасаҡ. Өлкәндәр ҙә был саранан ситтә ҡалмаясаҡ: балаларҙы автомобилдә махсус креслола йөрөтөү мөһимлеге, хәүефһеҙлек ҡайышын инҡар итеү нимәгә килтереүе хаҡында мәғлүмәт биреләсәк. Шулай уҡ велосипед һатҡан һәм прокатҡа биргән урында был транспорт төрөндә йөрөгәндә һаҡланыу саралары күреү мөһимлеге тураһында мәғлүмәт биреләсәк.
Баймаҡ ЮХХДИ-һының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы Рафаил Әминев әйтеүенсә, Баймаҡ ҡалаһы һәм районында ла был социаль кампания старт алған. Әлеге ваҡытта балаларҙы юл фажиғәләренән һаҡлауға бағышланған профилактик саралар теҙмәһе ҡабул ителгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙе был йүнәлештә иҫкәртеү эштәрен әүҙем алып бара.
“Ата-әсәләргә мөрәжәғәт итеп шуны әйтке килә, балаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ! Уларға руль артына ултырырға рөхсәт бирмәгеҙ. Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, үҙегеҙ балаларығыҙға өлгө булығыҙ”,-тине Баймаҡ ЮХХДИ-һы начальнигы Эдуард Байморатов.