

Сапҡан һуҡмаҡтарында ут сәсрәтеп барған аттарға кем генә һоҡланмай икән?! Уларҙың матурлығы, ғорур баҫып барыуы ғына онотолмаҫ хис-тойғолар ташҡынын уята.
Бәйге аттары йылҡы малы тарихында айырым урын ала. Беҙҙең Баймаҡ аттары тураһында айырым ҡалын-ҡалын китаптар яҙырлыҡ. Сөнки улар төрлө кимәлдәге ярыштарҙа алдынғы була.


Һәр сабышты иғтибар менән күҙәтеп барам. Һәм күптән йөрәгемде урлап, үҙенә ғашиҡ иткән атым да бар. Ул – Турысай! Һылыу, аҡыллы, ғорур, сәмсел бәйге аты. Ул районыбыҙҙың билдәле фермеры Алмаз Шөғөрөвтың иң шәп, иң көслө, иң етеҙ һәм, әлбиттә, яратып баҡҡан аттарының береһе.


Былтыр республикабыҙға ғына түгел, тотош Рәсәйгә дан алған “Башҡорт аты” фестивалендә Турысай беренселекте яулап, еңеү баҫҡыстарынан тағы юғарыраҡ күтәрелде. Республика Башлығы Радий Хәбиров Турысайҙың еңеүен лайыҡлы баһаланы. Шәп атҡа ҡайһы саҡта ял да булһын тип, Радий Фәрит улы Алмаз Шөғөрөвҡа өр-яңы еңел машинаның асҡысын тапшырҙы.


Бына шундай шәп ат ул Турысай! Хәҙер аҡыллы ҡарашы менән күңелеңә үтеп ингән яратҡан атыбыҙға 7 йәш. Ә ике йәшендә Турысай “Аҡбуҙат” ипподромында сабыш аттары араһында тиҙлеге менән рекорд ҡуйып, дан алды.
Турысай башҡа илдәрҙе лә күреп ҡайтты. Ҡаҙағстанда “Ил башлығы” кубогына үткәрелгән ярышта Турысайыбыҙ икенсе булып килде. Был юлы ул хужаһына 1 миллион тенге алып килде. Аттың ҡәҙерен һәм баһаһын белгән ҡаҙаҡ ҡәрҙәштәребеҙ Турысайҙы һатып алыу өсөн уның хужаһына ҡармаҡ ташлап та ҡараны. Әммә – юҡ! Алмаз Шөғөров Турысайы менән күптән бер йәнгә әүерелгән. Баймаҡ ерҙәренең шифалы ҡылғанын ғына үҙ иткән Турысай ҙа сит яҡтарҙа йәшәргә һис ҡасан риза булмаҫ ине.


Әйтелгәнгә кире ҡайтып тигәндәй, Ҡаҙағстанда икенсе урын яулаған Турысай шуның менән тынысланған тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, әлбиттә! Ул бит – Турысай! Шуға күрә Ҡаҙағстандың Уральск ҡалаһында “Халыҡтар дуҫлығы” призын ул бер кемгә лә бирмәне. Эйе, Турысай беренселекте яуланы!


Ғорур ҙа, аҡыллы ла ҡараш ташлап елдереп үткән Турысайға ҡарап телһеҙ ҡалам. Ҡасандыр Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә бер өйөр йылҡыны бүреләрҙән һаҡлап ҡалған, халыҡҡа тоғро хеҙмәт иткән Марусяны хәтерләтте ул миңә... Эйе, уныһы инде бөтөнләй икен тарих. Киләһе яҙмаларыма ҡалһын.
Ә Турысайҙың еңеүҙәре алда әле. Ғорур ҡарашлы ат быны үҙе белдергәндәй булды. Турысайҙың тиҙлеген билдәләү өсөн уның менән бер мәлдә машинала ҡуҙғалғандар ҙа булды. Әммә Турысайҙы баҫтырып етә алманылар. Бына шундай ул беҙҙең Турысай. Күҙҙәр генә теймәһен!
Гүзәл Иҫәнгилдина.