

Шәмбе, 24 июндә, Йәштәр көнөн байрам итеүгә бәйле Башҡортостанда хәмер һатыу тыйыла.
Сикләүҙәр "Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында" законға индерелгән төҙәтмәләр менән билдәләнгән.
Әгәр закондың элекке редакцияһында Йәштәр көнө 27 июндә билдәләнһә, яңы редакцияла – июндең һуңғы шәмбеһендә, йәки йыл да 1 июнгә тиклем Йәштәр көнөн байрам итеүгә арналған сараларҙы үткәреү өсөн муниципаль норматив-хоҡуҡи акттар тарафынан билдәләнгән башҡа көндә - Башҡортостан Республикаһының муниципаль районы, ҡала округы биләмәһендә.
Тыйыу алкоголь продукцияһын магазиндарҙа һатыуға ҡағыла.
Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына ярашлы, закон талаптарын боҙған өсөн вазифалы кешеләргә лә, юридик шәхестәргә лә штраф һалына.
Ҡабул ителгән нормалар 2023 йылдың 8 июненән көсөнә инде.