Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2023, 11:30

Ил ағаһы 85 йәшен туйланы

Рим Әшрәф улының тыуған еребеҙҙең киләсәге өсөн башҡарған тағы бер мөһим эшен билдәләп үтке килә. Был дәүерҙә колхозсы һәм эшсе ғаиләләренән булған һәләтле балаларҙы юғары уҡыу йорттарына йүнәлтеүгә зур иғтибар бирелә. Үҙ тырышлығы менән үҙенә юл ярған етәксе тырыш ҡыҙҙар һәм малайҙарға ярҙам итеү өсөн барыһын эшләй. Был районды юғары белемле кадрҙар менән тәьмин итеү, колхоз-совхоздарҙы, район предприятиеларын нығытыу маҡсатында эшләнә. Бригадирҙар, идарасылар, мастерҙар ҙа һәләтле ҡыҙҙар һәм егеттәрен уҡыу йорттарына йүнәлтеп, үҙҙәре стипендия түләй. Был балаларға белем алыуҙы күпкә еңеләйтә. Шуны ла әйтергә кәрәк, предприятие-ойошма түләгән стипендиялар уҡыу йорттарыныҡынан күпкә юғары була.

Ил ағаһы 85 йәшен туйланы
Ил ағаһы 85 йәшен туйланы

Тыуған ерҙең, райондың, төбәктең, илдең нигеҙе – ныҡ, хәҙергеһе – ышаныслы, киләсәге өмөтлө булһын өсөн мотлаҡ бар яҡтан көслө етәкселәр кәрәк. Был һәр хаманға хас талап. Йәшәйешебеҙ дилбегәһен төрлө тармаҡта ҡулға алған етәкселәрҙе ҡайһы саҡта һыҙыра һуғып тәнҡитләп, хатта әрләп алһаҡ та, уларға ла ни тиклем ауырға төшөүен дә яҡшы аңлайбыҙ. Шуға күрә йылдар үткәс тә ябай халыҡ һағынып һөйләгән, рәхмәттәрен еткергән етәкселәрҙең булыуы ҡыуаныслы ла, был шәхестәрҙең эш тәжрибәһен өйрәнеүгә этәргес тә. Шундай билдәле етәкселәрҙең береһе – Рим Әшрәф улы Сырлыбаев. Ул ошо көндәрҙә үҙенең 85 йәшен билдәләне.

Зыялылар тоҡомонан ул

Әҙәм балаһының халҡы, иле өсөн башҡарған эшенә баһа биреү, уның ниндәй бейеклектәргә күтәрелеүен билдәләү өсөн, тормош юлына күҙ һалыуҙа етә. Айырыуса, ғүмере хеҙмәткә бағышлаған ир уҙамандары һоҡландыра, улар үткән ҡатмарлы ла, данлы ла йылдар киләсәк быуын өсөн үрнәк булып тора.

Рим Әшрәф улы Сырлыбаев районыбыҙҙың билдәле аҡһаҡалдарының береһе. Ул 1938 йылда, хәҙер күптәр ишетеп кенә белгән, Торф ауылында донъяға килә. Рим Әшрәф улының нәҫеле билдәле мөғәллимдәр династияһын дауам итә. Уның ҡартатһы Ғатаулла Ғәле улы күренекле Зәйнулла ишан ҡулында Троицкиҙа белем ала. Ҡөрьәнде яттан белгәнгә ҡарый булараҡ киң танылыу алып, Иҙелбай ауылында мәҙрәсә аса. Унда ул дин дәрестәренән тыш, арифметика, география, тарихтан егерме һигеҙ йыл белем бирә. Уның игеҙ туғаны Әфтәхетдин дә Зәйнулла ишандың уҡыусыһы.

Әшрәф Fатаулла улы Сырлыбаев та ғүмерен укытыусы һөнәренә бағышлай. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Сырлыбаевтар нәҫеле хәҙерге көнгә тиклем уҡытыусы һөнәрен дауам итә. Уларҙың балаларға белем биреү стажы бөтәһе 395 йыл!

Рим Әшрәф улының бала сағы ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға тура килә. 1946 йылда ул Мерәҫ мәктәбендә укый башлай. Класта 7-13 йәштәге егерме бер бала белем ала. “Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Ауылда ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро һәм бала-саға күпселекте тәшкил итә. Һалдаттарҙың һуғыштан ҡайта башлауы тотош бер ваҡиғаға әүерелә ине. Улдарын, ирҙәрен ҡаршылағандар ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй. Яҡындарын юғалтҡандар: “Минекеләрҙе күрмәнеңме?” -тип һорарға йүгереп бара. Кеше ул заманда эш менән ныҡ булды. Олоһо ла, кесеһе лә, беҙ – балалар ҙа эштән бушаманыҡ. Шунһыҙ булмай ҙа ине. Аслыҡ-яланғыслыҡтан арынырға, илдең ҡеүәтен арттырырға кәрәк ине. Шуға күрә һәр эште белеп үҫтек. Мәктәп һәр саҡ төп хеҙмәт көсө булды”,-тип хәтерләй Рим Әшрәф улы.

Мәктәптә малай бик тырышып, әҫәрләнеп уҡый. Күрәһең, нәҫелендәге зыялылар ҡаны үҙен шулай алдан һиҙҙергәндер. Бишенсе класты тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбенә уҡырға килә. Бында ла Рим Сырлыбаев алдынғылар рәтендә була. Шуға күрә тик яҡшы уҡыуы һәм өлгөлө тәртибе менән айырылған Рим Әшрәф улы Стәрлетамаҡ педагогия институтының сьтуденты булып китә. Әйткәндәй, Мерәҫ ауылы тарихында Марат Сәйетҡолов менән Рим Сырлыбаев тәүгеләрҙән юғары белемле булыуға өлгәшә. Был үҙенә күрә ауылдың ғорурлығы һәм йәштәргә үрнәк итеп ҡуйыу өлгөһө була.

Тәүге аҙымдар һәм юғары ҡаҙаныштар

Ҡулыма диплом алған мәлде яҡшы хәтерләйем. Тулҡынландырғыс та, иҫ киткес яуаплы ла ине. Бер яҡтан алда мине ниҙәр көтөүен уйлап тынғыһыҙланһам, икенсе яҡтан атай-ҡартатайҙарымдың исеменә тап төшөрмәй, юғары белемле булыуға өлгәшә алыуыма һөйөндөм. Хәҙер генә ул һәр теләгән бала юғары уҡыу йортона инеп китә ала. Беҙҙең заманда был бәхет бик һирәктәргә эләгә ине һәм дипломлы булыу өсөн ысынлап та көн-төн тырышып уҡырға кәрәк ине”,-тип хәтерләй аҡһаҡал.

Хәҙергеһе һәм киләсәге өсөн янып торған Рим Сырлыбаев хеҙмәт юлын ул ваҡыттағы бик данлыҡлы Түбә мәктәбендә башлай. Тәүге дәресенә тулҡынланып әҙерләнеүен, балалар аҫтына беренсе мәртәбә килеп баҫыуын йылмайып һәм һағынып хәтерләй ир уҙаман. Эшен яратып башҡарғас барыһы ла еңел бирелгәндәй тойола. Таһыллығы, яуаплылығы, өлгөрлөгө менән айырылып торған Рим Әшрәф улын 1965 йылда Сосновка мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мәктәп үҫеше өсөн күп эштәр башҡарып өлгөрә ул. Артабан Рим Әшрәф улын ҡаланың 3-сө мәктәбе директоры урынбаҫары, унан һуң Түбәнең 2-се мәкьтәбе директоры итеп тәғәйенләй:әр. “Эшеңә, коллективыңа күнегеп, яңы урынға ерегеп өлгөрөп, ең һыҙғанып эшкә тотонһаң, икенсе урынға ебәрәләр. Был беҙҙең заманға хас күренеш ине. Һәм был дөрөҫ булған тип һанайым. Сөнки етәксе кеше үҙен төрлө мөхиттә, бер-береһенән айырылған ерлектә һынап ҡарай. Был үҙеңдең өҫтөндә эшләргә, күберәк белергә ынтылырға өйрәтә. Беҙҙең ваҡытта етәкселәрҙе шулай төрлө өлкәлә һынап, әкренләп үҫтерҙеләр, уларға йүнәлеш бирҙеләр. Кадрҙар сәйәсәте өҫтөндә бик ныҡлы эш алып барылды. Минең күсенеп йөрөүемдең сәбәбе лә шул булғанын һуңынан аңланым”,-тип хәтерләй Рим Әшрәф улы.

Эйе, үҙ һүҙен әйтә белгән, алдынғы ҡарашлы Рим Сырлыбаевты 1973 йылда Баймаҡ райкомының пропагандалау һәм агитациялау бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Киләсәк быуынға сифатлы белем биреүҙең мөһимлеген яҡшы аңлаған Рим Әшрәф улы мәктәп, балалар баҡсаларының, шулай уҡ мәҙәни учреждениеларҙың матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бирә, ауылдарҙа эшләү өсөн юғары белемле белгестәр әҙерләнә. Ә 1980 йылда Рим Сырлыбаев район башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Артабан ул ошо өлкәлә ҙур уңыштар ҡаҙанып, район башҡарма комитеты рәйесе, райкомдың беренсе секретары итеп үрләтелә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, 1970-1980 йылдарҙа колхоз-совхоздар, сәнәғәт үҫешенә ныҡлы иғтибар бирелә. Баймаҡ районы иген, һөт, ит h.б. ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса алдынғы рәттә булыуы менән дан ала. Шулай уҡ районда социаль объекттар - балалар баҡсалары, мәктәптәр, мәҙәни учреждениелар h.б. төҙөүгә ҙур иғтибар бирелә. Ошо осорҙа оло әһәмиәткә эйә булған Темәс кирбес заводы ҡулланылыуға тапшырыла.

Рим Әшрәф улының тыуған еребеҙҙең киләсәге өсөн башҡарған тағы бер мөһим эшен билдәләп үтке килә. Был дәүерҙә колхозсы һәм эшсе ғаиләләренән булған һәләтле балаларҙы юғары уҡыу йорттарына йүнәлтеүгә зур иғтибар бирелә. Үҙ тырышлығы менән үҙенә юл ярған етәксе тырыш ҡыҙҙар һәм малайҙарға ярҙам итеү өсөн барыһын эшләй. Был районды юғары белемле кадрҙар менән тәьмин итеү, колхоз-совхоздарҙы, район предприятиеларын нығытыу маҡсатында эшләнә. Бригадирҙар, идарасылар, мастерҙар ҙа һәләтле ҡыҙҙар һәм егеттәрен уҡыу йорттарына йүнәлтеп, үҙҙәре стипендия түләй. Был балаларға белем алыуҙы күпкә еңеләйтә. Шуны ла әйтергә кәрәк, предприятие-ойошма түләгән стипендиялар уҡыу йорттарыныҡынан күпкә юғары була.

Баймаҡ районы ул мәлдә мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорттары, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының күплеге менән айырыла. Уларҙың барыһы ла ҙур районда бар кеше лә кәрәкле медицина ярҙамы һәм балалар уҡыу-тәрбиә ала алһын өсөн уңайлы итеп урынлаштырылған була.

Район етәксеһе Рим Сырлыбаев мәктәптәр төҙөү буйынса башҡарған ҙур эштәре өсөн БР-ҙың мәғариф отличнигы”, “РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы”, “СССР-ҙың мәғариф отличнигы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Рим Әшрәф улы күп йылдар район Советы депутаты итеп һайлана, шулай уҡ тиҫтә йыл БАССР-ҙың һәм Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы депутаты, Президиум ағзаһы ла була. Уның район, республика алдындағы ҡаҙаныштары республиканың Юғары Советы һәм Башҡортостан Президенты Указдары менән билдәләнгән (БАССР Юғары Советының Почет грамоталары, БР-ҙың торлаҡ-коммуналь алдынғыһы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре һ.б.)

Әлбиттә, бар ғүмерен хеҙмәткә бағышлаған кеше хаҡлы ялда ла тынғылыҡ тапмай. Рим Әшрәф улы йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ә 2011 йылда уға “Баймаҡ районының һәм ҡалаһының Почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исем бирелә.

Иң ҡәҙерлеһе – халыҡ рәхмәте

Рим Сырлыбаев етәкселек иткән осорҙо күптәр һағынып иҫкә ала. “Кеше хәленә инә белде, аңланы, ярҙам итергә тырышты”,-тип хәтерләйҙәр уның тураһында. Рим Әшрәф улы тураһында А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театрының данлыҡлы артисты Зифа Баязитова бына нимә тип хәтерләй:

1985 йылда 8 февралдә Урал аръяғы райондарында көслө буран башланды. Күҙ асып йомған арала Баймаҡ–Сибай юлында йөҙләгән машина, 200-300-ләп кеше юлда ҡапланып ҡалды. Бер нимә лә күренмәй, ҡар шул тиклем күп өйөлдө, машиналар алға бара алмайынса туҡтарға мәжбүр булды. Мин барған машина Баймаҡтан 2-3 километрҙа туҡтап ҡалды. Бәлки, буран туҡтар, бәлки, беҙҙе ҡотҡарырға трактор килер тип көтә башланыҡ. Әллә күпме ултырғанбыҙҙыр, ҡапыл машина тауышы ишетелде һәм “Урал” машинаһы килеп туҡтаны. Машинанан оҙон буйлы кеше килеп төштө. Ул район Советы рәйесе Рим Сырлыбаев ине. Бөтә кешеләргә “Урал”дың кузовына күсеп ултырырға команда бирҙе. Мине, берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙы, кабина эсенә ултыртты. Бер аҙҙан туҡтаныҡ, сөнки аҙашып юлдан төшөп киткәнбеҙ. Рим Әшрәф улы лом алып юлды эҙләргә китте. Күп ваҡыт үтте, беҙ өшөнөк, ә ул юҡ та юҡ. Үҙенә бер-бер хәл булыдымы тип ҡурҡа башланыҡ, сөнки һыуыҡ, әсе ел, ап-аҡ ҡар һәм бер нимә күренмәй! Ҡапыл Рим Әшрәф улы ҡар өйөрмәһе эсенән килеп сыҡты, шоферға ҡайҙан барырға икәнлеген күрһәтте. Рим Әшрәф улы йәйәүләп машина алдынан, ә “Урал” уның артынан ҡуҙғалды. Күпмелер шулай барғас, юлға килеп сыҡтыҡ. “Урал”дың шоферы Таһир Йәрмөхәмәтовҡа ла бик рәхмәтлебеҙ. Ул ғәрәсәт мәлендә үҙенең юғары һөнәри оҫталығын күрһәтте. Беҙҙе район дауаханаһына алып киттеләр. Сырлыбаев беҙҙе оҙатып йөрөй. Иҫләүемсә, ҡабул итеү бүлмәһендә Ф.Ә. Яхин, башҡа врачтар бар ине. Беҙҙе палаталарға урынлаштырҙылар, эҫе сәй эсерҙеләр. Кемдеңдер ҡулы, кемдеңдер аяғы, бите туңған ине. Беҙ, юлда ҡамалғандар, ҡотолоуыбыҙға ныҡ шатландыҡ. Табиптар, дауалап, бөтәбеҙҙе лә аяҡҡа баҫтырҙы. Һаман да шул саҡтарҙы хәтерләп ғәжәпләнәм: нисек Рим Әшрәф улы – райондың башҡарма комитеты рәйесе үҙе, беҙҙе эҙләп килеп ҡотҡарҙы икән? Был бит уның бар кешелек сифаттарын асып һала. Күрәһең, унда район етәксеһе булараҡ та, кеше булараҡ та яуаплылыҡ тойғоһо көслө булғандыр. Хәҙерге ваҡытта көн дә тиерлек ғәҙәттән тыш хәлдәр, ҡотҡарыусылар тураһында һөйләйҙәр. Ә беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ – Рим Сырлыбаев булды.

Ергә иңелеп, уңышын татып...”

Рим Әшрәф улынан: “Кисәге етәксе булараҡ, беҙҙең хәҙерге йәшәйешебеҙгә ниндәй баһа бирә алаһығыҙ?” - тип һорағас, “Беҙ хәҙер бөтөнләй икенсе илдә йәшәйбеҙ. Ҡасандыр юғары күтәргән идеологиялар юҡҡа сыҡты, быуындан-быуынға аманат итеп тапшырылған рухи ҡиммәттәребеҙҙе көскә һаҡлап ҡалдыҡ. Шуға күрә хәҙерге етәкселеккә эшләүе айырыуса ҡыйын икәнлеген яҡшы аңлайым. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең районда социаль мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итеүгә ҙур иғтибар бирелә, ҡыҙыу төҙөлөш эштәре бара, өлкән быуын кешеләре, йәш ғаиләләргә ярҙам итеүгә иғтибар бүленә. Ә быларҙың барыһы ла оло баһаға һәм хөрмәткә лайыҡ. Әлбиттә, иғтибарҙы йүнәлтәһе һәм хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Улары ла хәҙерге етәкселәрҙең күҙ уңынан ысҡынмайҙыр, тип ышанам. Төрлө хәлдәр була, әммә юғалып ҡалмаҫҡа һәм эшеңде ныҡышмал рәүештә дауам итергә кәрәк. Бигерәк тә етәкселәргә”, - тине.

Ғаиләһе менән дә бәхетле юбиляр. “Тормош юлдашым Таңсулпан Ғәлимйән ҡыҙына бик тә рәхмәтлемен. Уның тырышлығы менән тынғыһыҙ һәм ялһыҙ эшемдә йорттағы тылым ныҡ булды. Ҡатыным эшемде һәр саҡ аңлап ҡабул итте. Мал да көттөк, ҙур баҡса ла үҫтерҙек. Йорт мәшәҡәттәре күберәк тормош юлдашым һәм балаларым иңенә ятты. Балаларыбыҙ эш белеп үҫһен тип тырыштыҡ, әлбиттә. Кеше ергә иңелеп, уға әсе тирен түгеп, алған уңышына һөйөнөп йәшәргә тейеш”,-ти Рим Әшрәф улы.

Бәхетле ғаиләһе, уңған балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре менән ҡотло йортоноң усағы янында, яҡындары, дуҫ-иптәштәре тәбрикләүендә юбилейын ҡаршылаған район-ҡаланың Почетлы гражданы Рим Әшрәф улына ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, артабан да шулай тынғыһыҙ һәм янып йәшәүен теләгебеҙ килә. Район, республика, ил мәнфәғәтенә тырышып эшләп, оло хөрмәткә лайыҡ булып, бихисап наградалар менән баһаланған фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ тарих биттәрендә лайыҡлы урынын биләгән. Ә әҙәм балаһы өсөн был иң юғары һәм, ғүмер сәғәттәре тик кинәнес бүләк иткән, бик тә ҡәҙерле баһа ул. Юбилейығыҙ менән, хөрмәтле Рим Әшрәф улы!

Тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ. Ирек Бикмәтовтың "Рим Сырлыбаев и его эпоха" китабы донъя күрҙе. Китаптың исем туйы район китапханаһында юғары кимәлдә үтте. Бында Рим Әшрәф улына бәйләп беҙҙең районыбыҙ тарихы бирелгән. 

Гүзәл Салихова.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: