Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2023, 16:25

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәхет утрауы

Бөгөн Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында  "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы үҙ ишектәрен асты. Бөгөн был дүрт йыл барған проекттың 30-сы, юбилейлы сығарылышы. Үҙенсәлекле сарала Баймаҡ районының ҡатын-ҡыҙҙар делегацияһы ла бар...

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәхет утрауы
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәхет утрауы

Бөгөн Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында йәнә "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы үҙ ишектәрен асты. Бөгөн был дүрт йыл барған проекттың 30-сы, юбилейлы сығарылышы.

Матур кейенгән, күтәренке кәйефле сибәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы башлыса Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә генә күрергә мөмкин. Әммә ошо ҡояшлы йәйге көндә ил кимәлендә өсөнсө тапҡыр үткәрелгән Асыҡ академия тотош Рәсәйҙән эксперттарҙы, спикерҙарҙы, күренекле ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйҙы.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығының хәләл ефете, «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова сәләмләне.

- Хәйерле көн, Башҡортостандың һәм илебеҙҙең инициативалы, һылыу, ышаныслы ҡатын-ҡыҙҙары! Бөгөн бында үҙҙәренең белеме, оҫталығы менән уртаҡлашырға килгәндәрҙең барыһына рәхмәт әйткем килә, - тип сәләмләне Каринэ Хәбирова сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы. Ул проекттың файҙаһы, практик йүнәлешенең ни тиклем мөһим булыуын билдәләне.

Академия ҡунаҡтарын республика етәксеһе Радий Хәбиров та сәләмләне.

Махсус хәрби операцияла һәләк булған Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың әсәһе Алина Серафимова йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп, форумға уңышлы эш теләне һәм Рәсәйҙең еңеүенә ышаныс белдерҙе.

Сәхнәлә популяр артистар Айҙар Ғәлимов, Рәфис Сирусин, Алена Завьялова, Александр Петров, «Голос» шоуында ҡатнашҡан Стәрлетамаҡ ҡыҙы Гөлнара Байғужина сығыш яһаны. Тантана һуңында «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе»нең гимны яңғыраны.

Был - Башҡортостан Республикаһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың социаль, эшлекле һәм ижади яҡтан үҫеше өсөн киңлек һәм берләшмә булдырыуға йүнәлтелгән үҙенсәлекле хәйриә проекты. Асыҡ академия өсөнсө тапҡыр Рәсәй кимәлендә уҙғарыла, унда илебеҙ эксперттары, спикерҙары, күренекле ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнаша. Проекттың сараларында йәшәү эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә уңыштарға өлгәшкән гүзәл заттарҙың ҡатнашыуы диалог форматы ярҙамында уларҙың ыңғай тәжрибәһен республика ҡатын-ҡыҙҙарына күрһәтергә мөмкинлек бирә. 2022 йылда форумда 5000-дән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: