Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2023, 15:00

Тағы ла бер ауылдың ағинәйҙәре бүлмәле булды

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ошо көндәрҙә тағы ла бер ауылдың ағинәйҙәре бүлмәле булды.  Үрге Яйыҡбай ауылында "Ағинәй"ҙәр ойошмаһының яңы бүлмәһен асыу тантанаһы булып үтте. Унда Ниғәмәт ауылы биләмәһенә ҡараған 2-се Этҡол, Ниғәмәт, Түбәнге Яйыҡбай ауылы ағинәйҙәре саҡырылды.
Ауыл клубы фойеһендә урынлашҡан яҡты, нур бөркөп торған "Ағинәй"ҙәр бүлмәһе башҡорт халҡының боронғо көнкүрешен сағылдыра.
Бында эш ҡорамалдары,  ҡатын-ҡыҙҙарҙың боронғо милли кейемдәре, урындыҡ, өҫтөнә түшәлгән балаҫ һәм, әлбиттә, самауыр, ҡораманан тегелгән буй юрғандар, һандыҡ, тирмә, сәңгелдәк (бишек) урын алған.

Артабан клуб сәхнәһендә балалар менән берлектә "Әкиәтле бала саҡ" исемле тамаша күрһәтелде.
Ағинәйебеҙ Алмабикә Шарапова фәһемле әкиәттәр һөйләп балаларҙы ҡыуандырһа, Әлфирә Хәлитова ҡораманан буй юрғандар тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Унан Икенсе Этҡол ауылы ағинәйҙәре алмиҙеү тегеү, арҡыры яға эшләү буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Сәй табыны артында әңгәмә дауам итте. Зөлхәбирә Мырҙағәлинә ағинәйҙәрҙең эше тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе.
Балалар бүләктәр, тәмлекәстәр алып ҡыуандылар.
Был матур сара ағинәйҙәрҙең күңеленә хуш килеп, артабан да осрашып торорға, тигән теләктә хушлаштыҡ.

Зөлхәбирә Мырҙағәлина.

Тағы ла бер ауылдың ағинәйҙәре бүлмәле булды
Тағы ла бер ауылдың ағинәйҙәре бүлмәле булды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: