Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2023, 16:55

Үлемесле эсемлек

Ҡурған, Ульяновск, Һамар, Түбәнге Новгород, Пенза өлкәләрендә, Удмурт һәм Сыуаш республикаларында 29 кешенең аҙ алкоголле "Мистер Сидр" эсемлегенән ағыуланып үлеүе бар илде тетрәндерҙе. Был төбәктәрҙә йәшәгән тағы ла 60-тан ашыу кеше — табиптар күҙәтеүе аҫтында. Кешеләрҙең ғүмерен ҡыйған аҙ алкоголле "Мистер Сидр" эсемлеге республикабыҙға ла килтерелгән. Был хаҡта БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы хәбәр итте...

Үлемесле эсемлек
Үлемесле эсемлек

Ҡурған, Ульяновск, Һамар, Түбәнге Новгород, Пенза өлкәләрендә, Удмурт һәм Сыуаш республикаларында 29 кешенең аҙ алкоголле "Мистер Сидр" эсемлегенән ағыуланып үлеүе бар илде тетрәндерҙе. Был төбәктәрҙә йәшәгән тағы ла 60-тан ашыу кеше — табиптар күҙәтеүе аҫтында.

 Кешеләрҙең ғүмерен ҡыйған аҙ алкоголле "Мистер Сидр" эсемлеге республикабыҙға ла килтерелгән. Был хаҡта БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы хәбәр итте.

 Сидр эсемлеге - алманы әсетеп эшләнә. Спирты 5 - 6 процентты тәшкил итә. Ысын йәғни тейешле технология менән эшләнгән сидрға әсетке лә ҡушылырға тейеш түгел. Әлеге ваҡытта барған тикшереүҙәр был сидрҙа метанол барлығын белдерә. Ул кеше организмы өсөн ҡурҡыныс ағыу. Кешеләрҙе һәләк иткән сидр Һамар өлкәһендә сығарылған. Ул пластик шешәләргә ҡойоп һатылған. Тикшереү дауам и тә. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: