Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июнь 2023, 12:55

Шаҡ ҡатҡыс яңылыҡ!

Бөгөн шаҡ ҡатҡыс хәл булды әле. Илебеҙгә санкция иғлан ителгәндән һуң, Джо Байдендың әмере буйынса Колорадо штатына ҡайтып киткән колорад жуктары кире Башҡортостанға осоп килде. Журналистарға биргән әңгәмәләрендә бөжәктәр Америкала бар картуфтың ағыулы булыуын, шуға күрә улар аслыҡтан тилмереүен, һөҙөмтәлә уларҙың демографик хәлдәренең ҡырҡа насарайыуын һөйләп бирҙе. Жуктар былай тип белдерҙе...

Шаҡ ҡатҡыс яңылыҡ!
Шаҡ ҡатҡыс яңылыҡ!

Бөгөн шаҡ ҡатҡыс хәл булды әле. Илебеҙгә санкция иғлан ителгәндән һуң, Джо Байдендың әмере буйынса Колорадо штатына ҡайтып киткән колорад жуктары кире Башҡортостанға осоп килде. Журналистарға биргән әңгәмәләрендә бөжәктәр Америкала бар картуфтың ағыулы булыуын, шуға күрә улар аслыҡтан тилмереүен, һөҙөмтәлә уларҙың демографик хәлдәренең ҡырҡа насарайыуын һөйләп бирҙе.

Жуктар былай тип белдерҙе:

- Артабан улай йәшәүе невозможно, майн гот. Беҙ – за честный бой. Башҡортостанда баҡсасылар беҙҙең менән күҙгә-күҙ ҡарап алыша. Берәмләп сүпләй, ә беҙ япраҡ аҫтына ҡасабыҙ. Башҡорттарҙың беҙҙе яндырыуына ла ризабыҙ. Башҡорттарҙы ла заманында яндырғандар бит, ә милләт әле лә йәшәй. Шәп итеп, барыһына ла үс итеп! Шуға күрә беҙ Колорадо штатынан Башҡортостанға тулыһынса күсенергә булдыҡ. Тем более беҙҙең күп балалар ошо ерҙәрҙә тыуҙы, тимәк, тулы хоҡуклы граждан. Санкцияларын Джо Байден берәй еренә... ыһм... башҡа бөжәктәргә ҡулланһын!

 

Бына шулай, колорад жуктары беҙҙең менән ҡала. За честный бой, тимәк?:)

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: