Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2023, 13:25

Малайҙар күберәк тыуа?

Былтыр республикала 36 213 сабый донъяға килгән. Малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда йылдан-йыл күберәк тыуа. Уҙған йылда 100 ҡыҙға 106 малай тура килгән. Яңы тыуғандарҙың дөйөм һанынан 35,1% — беренсе, 33,0% — икенсе, 31,8% өсөнсө һәм артабанғы балалар. Башҡортостанда 2023 йылдың 1 ғинуарына 17 йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәр һаны 899,2 мең кеше йәки республика халҡының 22,1% тәшкил иткән... 

Малайҙар күберәк тыуа?
Малайҙар күберәк тыуа?

 Башҡортостанда 2023 йылдың 1 ғинуарына 17 йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәр һаны 899,2 мең кеше йәки республика халҡының 22,1% тәшкил иткән. 

Башстат мәғлүмәттәренә ярашлы, балиғ булмағандарҙың 63,1%  — ҡала ерендә, 36,9% ауылда йәшәй. Мәктәпкәсә йәштәге — 6 йәшкә тиклемге балалар балиғ булмағандарҙың 34,4 % тәшкил итә.

"Былтыр республикала 36 213 сабый донъяға килгән. Малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда йылдан-йыл күберәк тыуа. Уҙған йылда 100 ҡыҙға 106 малай тура килгән. Яңы тыуғандарҙың дөйөм һанынан 35,1% — беренсе, 33,0% — икенсе, 31,8% өсөнсө һәм артабанғы балалар", — тип асыҡлыҡ индерҙе статистар.

2023 йылдың башына республикала 995 үҙ аллы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, филиал хоҡуғында 279 учреждение, 471 мәктәпкәсә тәрбиә биреү подразделениеһы (төркөмө), шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү программалары буйынса белем биреү эшмәкәрлеген алып бармаған 12 учреждение иҫәпләнгән.

Балалар баҡсаларына 220 мең бала йөрөгән. 2022/2023 уҡыу йылы башында мәктәптәрҙә, лицейҙарҙа һәм гимназияла 519,7 мең уҡыусы уҡыған, тип һығымта яһаны статистар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: