Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
30 Май 2023, 12:20

"Кәкүк сәйе"

Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәре бөгөн йәмле Һаҡмар буйында балалар менән бергә иң боронғо милли йолаларыбыҙҙың береһен - "Кәкүк сәйе"нә сыҡтыҡ.

Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәре бөгөн йәмле Һаҡмар буйында балалар менән бергә иң боронғо милли йолаларыбыҙҙың береһен - "Кәкүк сәйе"нә сыҡтыҡ.
"Кәкүк сәйе " май айында , тәбиғәттең иң матур мәлендә үткәрелә .
Балаларға боронғо үҙебеҙҙең бала саҡта уйнаған уйындарыбыҙҙы өйрәтеп , еңеүселәргә бүләктәр тараттыҡ , яҙғы йолалар , йолаларыбыҙҙы һаҡлау тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ .
Йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында самауырҙар ҡайнатып , тел йоторлоҡ тәмле бутҡа бешереп , кәкүктең моңло тауышын тыңлай - тыңлай , кәкүк сәйен эстек . Балаларға ололар менән аралашыу оҡшаны , хәтерҙәрендә күңелле байрам булып һаҡланыр ...
Ата - бабаларыбыҙҙың йола , ғөрөф - ғәҙәттәрен аманат итеп ҡабул итеп , милләтебеҙ менән ғорурланып үҫһендәр .
Ишһылыу Рәжәпова , ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе

"Кәкүк сәйе"
"Кәкүк сәйе"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас