Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2023, 11:30

Ағинәйҙәрҙә - ҡунаҡта

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Әйтергә кәрәк, Темәс ауылы биләмәһенең Таһир ауылында уҙған аҙнала ғына "Ағинәйҙәр" ойошмаһының өйөн асыу тантанаһы үткәйне. Әле беҙҙән ҡунаҡтар өҙөлмәй. Әле балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр "Ағинәйҙәр бүлмә"һенә ҡунаҡҡа килде.
Улар бүлмәләге милли ҡомартҡылар менән танышты. Башҡорт халҡының боронғо йәшәйеше, көнкүреш әйберҙәре тураһында мәғлүмәттәр алды. Ҡул тирмәнендә ҡурмас тартып ҡаранылар. Ағинәйҙәр бергәләп балаларға әкиәттәр һөйләнек. Ололар менән аралашыуҙан уларҙың күңелдәре булды.
Балаларыбыҙ телһөйәр һәм илһөйәр, рухиәтле булып үҫһен, киләсәктәре яҡты булһын! 

Айһылыу Хәбибуллина,

Таһир ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе.

Ағинәйҙәрҙә - ҡунаҡта
Ағинәйҙәрҙә - ҡунаҡта
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: