Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2023, 19:35

Вице-премьер Күсей халҡы менән осрашты

Радий Фәрит улы депутаттарға республикала ер аҫты ҡаҙылмаларын табыуға, өйрәнеүгә лицензиялар биреүҙе төбәктең ҡарамағына ҡайтарыуҙы кәрәклеген белдерҙе һәм ошо хаҡта закон проектын әҙерләргә ҡушты. Был лицензия тураһында ҡарар ҡабул иткәндә халыҡ фекеренә таянып эш итеү мөмкинлеге бирәсәк...

Вице-премьер Күсей халҡы менән осрашты
Вице-премьер Күсей халҡы менән осрашты

Бөгөн Күсей ауылына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов килде. Ул ауыл мәҙәниәт йортонда халыҡ менән осрашты.

Сараны район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев асты. Ул осрашыуға килгән район етәкселәре, төрлө ойошма-ведомствоның белгестәре менән таныштырҙы.

 

Осрашыуҙан ҡыҫҡаса:

Азамат Абдраханов

- Бөгөнгө осрашыуҙың маҡсаты - Башҡортостан республикаһы биләмәһендә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса Ведомство-ара комиссияһы етәксеһенең урынбаҫары булараҡ көнүзәк проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшергә һәм бер фекергә килеү өсөн йыйылдыҡ.

- Ирәндек эшкәртелмәй. Кисә Радий Хәбиров ер аҫты байлыҡтары мәсьәләләренә ҡағылышлы кәңәшмә үткәрҙе. Радий Фәрит улы депутаттарға республикала ер аҫты ҡаҙылмаларын табыуға, өйрәнеүгә лицензиялар биреүҙе төбәктең ҡарамағына ҡайтарыуҙы кәрәклеген белдерҙе һәм ошо хаҡта закон проектын әҙерләргә ҡушты. Был лицензия тураһында ҡарар ҡабул иткәндә халыҡ фекеренә таянып эш итеү мөмкинлеге бирәсәк

- Август айынан был йүнәлештәге һорауҙар республика Башлығы тарафынан ҡаралып килде. Ирәндектә һүҙ ерҙәрҙе геологик өйрәнеү тураһында бара.

- Ер аҫтын эшкәртергә уйлаған лицензиаттар менән һөйләшеү һөҙөмтәһендә “Бураган”, “ЕГПК” компаниялары лицензияларынан баш тартты. Был йүнәлештә махсус процесс бара.

- “Алтын Юл”дың эшен ябыу буйынса эш ғинуарҙа республика Башлығы тарафынан башланды. Улар менән уртаҡ телгә килә алманыҡ. Шуға күрә күмәк көс менән, һеҙҙен менән, экологтар менән бергә уларҙың эшен туҡтатабыҙ. Был ваҡытты талап итә. “Алтын юл”дың эшен туҡтатыу буйынса мөрәжәғәт әҙерләнә. Шул мөрәжәғәткә ҡушылығыҙ, был мөһим эште бергә атҡарып сығарайыҡ.

- Халыҡтың һорауы буйынса Күсей ауыл биләмәһенең һыуына, тупрағына химик анализ яһаласаҡ. Уның һөҙөмтәһе киләһе осрашыуҙарҙа яңғыратылыр.

- Ирәндектә геологик яҡтан өйрәнеү үткәргән ойошма тураһында тулы мәғлүмәт алыу өсөн һалым органдарына запрос ебәреләсәк.

- “Весна”ға ҡарата әлеге ваҡытта суд бара. Судья бөтә шаһиттарҙы тыңлап бөттө, компанияға 5 миллиард һумдан ашыу суммаға дәғүә белдерелгән. 15 июндә судтың сираттағы ултырышы үтәсәк. Суд асыҡ, эш нисек барыуын белер өсөн судҡа барығыҙ, тыңлағыҙ.

- Ерҙәргә зыян килтергән бар компаниялар язаға тарттырыласаҡ.

- Бөгөнгө кеүек осрашыуҙарҙың маҡсаты - кешеләргә мәғлүмәт биреү һәм аңлатыу.

- Артабан Темәстә, Ишмырҙа ауылдарында ла ике-өс аҙнанан һуң ошондай осрашыуҙар үтәсәк.

 

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев: “Темәс яғында 12 карьер рекультивацияланды. Беҙ ошо эшкә лицензия алып, эшен намыҫһыҙ башҡарған компанияларҙы рекультивация эшләргә мәжбүр иттек. Улар эшлектән сығарған ерҙәрен рекультивацияланы һәм урынына ағастар ултыртты. Бар алтын йыуыу компаниялары ла үҙ язаһын мотлаҡ аласаҡ”,-тине.

 

Ауылдың социаль проблемалары ла күтәрелде.

 

Күсей - Хәлил юлын һалыуға аҡса бүленгән. Был эш дүрт йылға бүленеп башҡарыласаҡ.

Вице-премьер туризм буйынса эш асырға теләгән кешеләргә ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе.

Фельдшерлыҡҡа уҡыған студенттарҙың исем-шәрифтәре яңғыратылды һәм уларҙы ауылға эшкә ҡайтарыу маҡсаты ҡуйылырға тейеш икәнлеге әйтелде. Бушлай дарыуҙарға рецепт яҙыу, врачтар ауылға аҙнаһына ике мәртәбә килеп ҡабул итәсәге хаҡында һүҙ булды.

Күсей мәктәбенең ҡыйығы 1 сентябргә тиклем ремонтланасаҡ. Киләһе йылға мәктәпте капиталь ремонтлауға заявка биреләсәк.

Күсей балаларының йәйге ялы мәктәптең ашханаһы СанПиН талаптарына тура килмәү сәбәпле ойошторолмаған. Был һорау район хакимиәте башлығының контроленә алынды.

Районда ныҡ йышайған мутлыҡ енәйәттәре тураһында мәғлүмәт бирелде.

 




 


Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: