Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2023, 16:30

Яңы маҡтаулы исем

Закон проекты менән Башҡортостанда "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы" тигән маҡтаулы исем булдырырға тәҡдим ителә...

Яңы маҡтаулы исем
Яңы маҡтаулы исем

Башҡортостанда яңы маҡтаулы исем булдырыла, тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Тейешле закон проекты 25 майҙа парламенттың пленар ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡарала.

"Закон проекты менән Башҡортостанда "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы" тигән маҡтаулы исем булдырырға тәҡдим ителә", — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.

Был исем юғары һөнәри оҫталыҡ һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн бирелә.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе традицион халыҡ кәсептәрен һаҡлау кәрәклеген билдәләне. Уның фекеренсә, халыҡ художество кәсептәре — халыҡтың матди мәҙәниәтенең мөһим өлөшө, милли байлығыбыҙ.

«Оҫталарҙың быуындан-быуынға тапшырыла килгән технологиялар буйынса эшләгән әйберҙәре — сәнғәт ул, шуға күрә тармаҡ айырыуса һаҡсыл ҡараш талап итә. Маҡтаулы исем булдырыу республикала халыҡ художество кәсептәрен популярлаштырыуға һәм һөнәрселекте үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш», — тип йомғаҡ яһаны Толкачев.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: