Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2023, 10:00

Алтмыш йыл бергә!

Ғаилә көнөндә 60 йыл бергә-бергә, татыу һәм бәхетле ғүмер иткән Исрафиловтарҙы ла тәбрикләп үткебеҙ килә...

Алтмыш йыл бергә!
Алтмыш йыл бергә!

Алтмыш йыл бергә!

Әйтеүе генә анһат! Яңыраҡ Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Фәрзәнә Хаммат ҡыҙы һәм Фрунзе Һиҙиәт улы Исрафиловтарҙың бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тулды. Район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова әйтеп китеүенсә был – гәүһәр туй. Ғаилә тантанаһы бик ыҡсым, хужаларҙың үҙҙәренең йортонда иң яҡын дуҫтары, туғандары менән билдәләнде.

Иҫке Сибай биләмәһе хакимиәте исеменән килгән Миңнур Дәүләткилдина һәм Эльмира Йәнсурина юбилярҙарҙың тормош юлына байҡау яһап, ҡайнар ҡотлауҙарын еткерҙе. Урындағы ветерандар советы рәйесе Урал Нәбиуллин да Исрафиловтарҙы тәбрик итеп, күңеленән урғылып сыҡҡан йыр моңдарына күмде. Ғаилә дуҫтары Илдар Сафин, Ҡорбанғәле Илбулов, Ирек Бикметов, Эрик Назаров юбилейын билдәләгән парҙы ихлас ҡотлауҙарына ҡушып, үҙҙәренең оҙаҡ йылдарға еткән дуҫлыҡтарына төрөлгән ҡайнар хистәрен, уларға һоҡланыу тойғоларын еткерҙе. Көнһылыу Әхмәтова ялҡынлы телмәрендә Фрунзе Һиҙиәт улының яҡташы булараҡ та уның өлгөлө хеҙмәт юлы, ғаилә ныҡлығы тураһында әйтеп үтте һәм бүләк тапшырҙы. Темәстә Фрунзе Һиҙиәт улының ветерандар советы рәйесе булып эшләгән ваҡытында “Алдынғы ветерандар советы рәйесе” таҫмаһына лайыҡ булыуын иҫкә алды.

Тамашаны музыкаль яҡтан биҙәп, барыбыҙҙы дәртләндереп, халҡыбыҙҙың ҡурай моңдарына әсир иткән, бәйгеләрҙә гран-при яулаған Риф Ҡәйепҡолов та булды. Өҫтәлдә ятҡан китаптар күргәҙмәһе килгән ҡунаҡтарҙың, әлбиттә, иғтибарын йәлеп итте. Уларҙы асып ҡараһаң, Исрафилов Фрунзе Һиҙиәт улы хаҡында уҡырға мөмкин ине. Бына Салауат Мөхәмәтшиндың “Ирәндек-бөркөттәр төйәге” тигән китабына күҙ һалам: “Фрунзе Һиҙиәт улы тормоштоң барлыҡ баҫҡыстарын да үҙ иңендә күтәреп, данлы тормош юлы үткән ир уҙамандарының береһе булып, үҙ дәүеренең алдынғы ҡарашлы етәксеһе икәнен эше менән аҡлауға өлгәште. Бигерәк тә уның “Сибай” совхозының Үҙәк бүлексәһендә идарасы, Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың рәйесе вазифаларында эшләгән осоро һис һүҙһеҙ оло маҡтауға лайыҡ”. Китап тулыһынса Фрунзе Исрафиловтың тормош юлына, хеҙмәтенә бағышланған, фоторәсемдәр менән байытылған.

60 йыл бергә тормош юлын үтеү өсөн, моғайын, ҡатын-ҡыҙ төп ролдә торалыр. Ҡарамалы ҡыҙы Фәрзәнә апай (ҡыҙ фамилияһы Әбүбәкирова) тураһында һис икеләнмәйенсә быны әйтергә була. Бөгөн дә уның төпкөр, тапҡыр, аҡыллы, итәғәтле, изгелекле булыуына хайран ҡалалар. Төрлө эштәрҙә эшләгән ул: почтала ла, дауаханала ла, сберкассала ла. Ауырлыҡтары ла булғандыр, әммә тормош иптәшенә таяныс, терәк булып ҡала белгән. Фәрзәнә Хаммат ҡыҙының һаман китап, гәзит-журналдар уҡыуы ейән-ейәнсәрҙәре өсөн дә, барыбыҙ өсөн дә өлгө.

Исрафиловтарға улдары Илһам, килендәре Ләйсән, ҡыҙҙары Әлфиә, кейәүҙәре Радик уларҙың ғаиләләре, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә шатлыҡ, ҡыуаныстарҙа, сәләмәтлектә оҙон ғүмер кисереп йәшәүҙәрен теләйбеҙ!

Хазина Исҡужина, йәмәғәт хәбәрсеһе.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: