Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2023, 10:15

Сикләүҙәр хаҡында онотмағыҙ!

15 майға тиклем урмандарға йөрөү тыйылғанын хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Был көндәрҙең ғәҙәттән тыш йылы һәм елле булыуы менән бәйле. Иғтибар итһәгеҙ, ҡар мартта уҡ иреп бөттө, ә ошоға тиклем бер тамсы ямғыр төшкәне юҡ. Был бар тәбиғәтте, тирә-яҡты ҡоротто һәм киптерҙе. Бар нәмә "гөлт" итеп тоҡанырға әҙер генә тора...

Сикләүҙәр хаҡында онотмағыҙ!
Сикләүҙәр хаҡында онотмағыҙ!

Янғын хәүефе юғары булыу сәбәпле, 30 апрелдән 15 майға тиклем урмандарға йөрөүгә һәм автотранспортҡа инеү сикләнгәне хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

 Был көндәрҙең ғәҙәттән тыш йылы һәм елле булыуы менән бәйле. Иғтибар итһәгеҙ, ҡар мартта уҡ иреп бөттө, ә ошоға тиклем бер тамсы ямғыр төшкәне юҡ. Был бар тәбиғәтте, тирә-яҡты ҡоротто һәм киптерҙе. Бар нәмә "гөлт" итеп тоҡанырға әҙер генә тора. Шуға күрә ут менән үтә һаҡ булырға кәрәк. Ә урмандарҙа усаҡ яғыу ҡәтғи тыйыла!

Әлбиттә, майҙың ял көндәрендә халыҡ урманға, тәбиғәткә шешлеккә сығырға теләй, әммә быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был килеп сыҡмаясаҡ. Урмандарҙа янғындарға юл ҡуймау өсөн барыһы 800-ҙән ашыу патруль төркөмө эшләйәсәк, уларға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Урман хужалығы министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты, муниципалитет хеҙмәткәрҙәре инә. Шулай уҡ хәлде Эске эштәр министрлығы һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күҙәтәсәк.

Былтыр урман янғындары өсөн штрафтар һиҙелерлек артты, тип иҫкәртәләр Урман хужалығы министрлығында. Физик шәхестәргә – 60 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә ике миллион һумға тиклем административ штраф һалына. "Өҫтәүенә, әгәр ауыл хужалығы предприятиеларының йәки крәҫтиән-фермер хужалығының ғәйебе иҫбатланһа, улар дәүләт ярҙамынан мәхрүм ителәсәк. Бәләкәй фермер хужалығы өсөн бындай штраф һәм субсидияларҙан баш тартыу уның эшен туҡтатырға мөмкин. Шуға күрә аграрийҙарҙы бик һаҡ булырға һәм ҡоро үлән, баҫыуҙарҙағы сүп-сарҙы яндырыуҙы бөтөнләй туҡтатырға саҡырам",-тине урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Бер үк ваҡытта ауылдарҙы урман янғындарынан һаҡларға кәрәк. “Бөтәһе лә Свердловск өлкәһендә, күршеләрҙә, булған фажиғә тураһында белә. Иҫкәртеү саралары янғын һүндереүгә ҡарағанда күпкә осһоҙға төш. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫәпләүҙәре буйынса, 184 тораҡ пунктта 1 майға тиклем янғынға ҡаршы һыҙат һөрөргә тейеш. Был эш өсөн муниципалитет башлыҡтары яуаплы. Былтыр ул ваҡытында эшләнгәйне”, – тине министр.

Район-ҡала буйынса көн дә көслө ел иҫеп алыуы һәр кемде уйландырһын ине. Бындай саҡта һүндерелмәй ташланған төпсөк, транспорттан сыҡҡан осҡон фажиғәгә килтереүе ихтимал. Беҙ һеҙҙең менән урман янғындарын кисерҙек. Ул ваҡыттағы хәүефте, Ғәле ауылын уттан күмәк көс менән һаҡлап ҡалыуыбыҙҙы онотмағанһығыҙҙыр, ҡәрҙәштәр. Бер үк һаҡ булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: