БЕҘҘЕҢ ОСРАШЫУҘАР
Өфөлә "Торатау" Конгресс- холында Республика " Атайсал" форумы үтте. Унда 50-ләп район һәм ҡалаларҙың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм 15-ләп " Ир-егеттәр советы" ағзалары бер ҡорҙа фекер алышты. Секциябыҙ юҡҡа ғына "Беҙ - Атайсалдың усағын, утын һәм ҡотон һаҡлаусылар" тип аталманы. Ысынлап та, бөгөн ауылдарҙағы ҡотто ошо ағинәйҙәр һәм бик аҙ ғына ҡалып барған ир-егеттәр һаҡлай. Ағинәйҙәрҙең шул тиклем әүҙемлегенә, энтузиазмына, фиҙаҡәрлегенә һоҡланам, баш эйәм. Бөгөн беҙ " Ир-егеттәр советы" ағзалары алдында үҙебеҙҙең эштәребеҙ тураһында һөйләнек, милли кейемдәребеҙ, тамбурлы сигеү, сергетыш, аҫалы балаҫтар кеүек кәсептәребеҙ өлгөләрен күрһәттек. Эйе, ойошма булып ойошҡан ошо тиҫтә йылдағы эш һөҙөмтәләребеҙ бихисап. "Ир-егеттәр советы" булып ойошҡан ир- азаматтарға был йәһәттән, йәғни кәсептәрҙе тергеҙеү, ҡулдарға эш биреү йәһәтенән эшләйһе бар әле. Ағинәйҙәр күптән көтә ир- егеттәрҙең дә ошо халҡыбыҙҙың аҫыл асылын, шөғөлдәрен, йолаларын тергеҙеүгә, йәмғиәттә сәләмәт, айыҡ мөхит, тәрбиә мәктәптәре булдырыуға ир-егеттәребеҙ ҙә ҡушылыуын. Ин шаа Аллаһ, бына шулай берҙәмләшеп, бергә - бергә эшләһәк, уңырбыҙ, тип таралыштыҡ. Донъяларыбыҙ ғына тынысланһын, уландарыбыҙ иҫән имен әйләнеп ҡайтһын!
Гөлфиә Янбаева,
республика "Ағинәйҙәр" йәмғиәт ойошмаһы рәйесе.