Ҡар һыуына барыу — башҡорттар араһында киң таралған йолаларҙың береһе. Борон-борондан март аҙаҡтарында, апрель баштарында бурандар тынып, ҡар ирей башлағас, ҡатын-ҡыҙҙар бергәләп ҡар һыуына барған. Йола гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткән. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған ул. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләп ҡуйыла. Ул тирәлә сүп-сар ташлау тыйылған. Ауылдан ярты километр тирәһе алыҫлыҡта булған урынды һайлап ҡуйғандар.
Шул йоланы тотоп, беҙ уҡыусылар, уҡытыусылар Рәзилә Дәүләтбаева, Миләүшә Лоҡманова, китапханасы Зилиә Ноғоманова, "Әүлиә "ағинәйҙәр ҡоро ағзалары Асия Булякова, Миңлегөл Ҡужахметова, Әнүзә Мажитова Мохан буйына ҡар һыуына барҙыҡ. Миңлегөл Фәрит ҡыҙы, Әнүзә Хажиәхмәт ҡыҙы ҡар һыуы йолаһы тураһында, ҡар һыуының файҙаһы, шифаһы тураһында һөйләне. Зилиә Рамил ҡыҙы ойошторған миҙгелдәр, яҙ тураһындағы йомаҡтар бәйгеһендә балалар ихлас ҡатнашты. "Йәшерен яулыҡ", "Аҡ тирәк, күк тирәк" халыҡ уйындары уйнап таралыштыҡ.
Әнүзә Мәжитова,
"Әүлиә" ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе.