

“Ҡоторған” емеш
Урыҫ крәҫтиәндәре 200 йыл элек помидорҙы тап шулай атап йөрөткән. Йәшелсәне сей килеш ашап яфаланған мал-тыуарҙы күреп уйлап сығарғандарҙың инде был исемде. Ә үҙҙәре помидорҙы ашамаған, баҡсаларҙа матурлыҡ өсөн һәм себендәрҙе ҡурҡытыу маҡсатында үҫтергән.
Европаға томатты Американан бөйөк сәйәхәтсе Христофор Колумб килтерә. Ул индеецтарҙың ниндәйҙер йәшелсә үҫтереп ашағандарын күрә. Ләкин ватандаштарына уның файҙаһы тураһында һөйләп өлгөрмәй, сөнки үҙен төрмәгә ултыртып ҡуялар. Ошонан алып 300 йыл дауамында помидорҙы гөл һауыттарында ғына тоталар. 18-се быуат аҙағында ла Францияла баҡсасылар өсөн сығарылған белешмәлә: “Помидор бик зыянлы – уны ашаған кеше аҡылынан яҙа”,-тиелә.
Әйткәндәй, Испанияла помидорға бәйле бик ҡыҙыҡ йола бар. Йәй аҙағында меңәрләгән кеше урамға сыға һәм бешкән помидор менән ташлаша. Хөкүмәт был сараға 120 мең тонна томат бүлә. Помидор менән ташлашыу борондан килә. Элек дошмандар бер-береһенә “үлемесле йәшелсә” ырғытып, ҡыйын тормош һәм үлем теләгән.
Гүзәл Иҫәнгилдина.