Йәмғиәт
24 Март 2023, 05:45

Мерәҫ ағинәйҙәре - балалар менән

Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

Мерәҫ ауылы ағинәйҙәре балалар баҡсаһында йыш ҡунаҡ. Улар даими рәүештә балалар менән халыҡ уйындары һәм ярыштары үткәрә. Саф һауала уйнап, балаларға матур ял бүләк итә. Ауыҙ-тел ижадына иғтибар биреп, йомаҡтар ҡойоп, шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап, балалар менән аралашып ҡайта.  Шундай матур байрамдан һуң, ағинәйҙәр үҙҙәре әҙерләгән приздарҙы тапшырып, тәмлекәстәр менән һыйланы.

Бындай сараларҙан һуң балаларҙың ғына түгел, ағинәйҙәрҙең дә күңелдәре күтәрелеп китә. 

Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова,

Мерәҫ ауылы ағинәйҙәре етәксеһе.

Мерәҫ ағинәйҙәре - балалар менән
Мерәҫ ағинәйҙәре - балалар менән
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас