Түбәнге Яйыҡбай ауылы ағинәйҙәре Ниғәмәт урта мәктәбе уҡыусылары өсөн "Исем ҡушыу" йолаһын күрһәттеләр. Был йола халҡыбыҙҙың боронғо һәм изге йолаларының береһе булып һанала. Ата-бабаларыбыҙ сабыйға исем ҡушыу эшенә бик яуаплы ҡарағандар, ул йорт, хатта ауыл халҡы өсөн ҙур байрам тантанаһы булған. Исем ҡушыу -ул сабыйҙың киләсәк тормошона фатиха биреү, тигән һүҙ, йәғни исем лайыҡлы ғүмер юлы үтеү өсөн кешене һаҡлаусы, яҡлаусы булып торған. Тағы ла шуны әйтке килә, халҡыбыҙ элек-электән ситтән килгән түгел, ә башҡортса яңғырауыҡлы, мәғәнәле, эстәлекле исемдәрҙе һайлағарға тырышҡан. Был юлы ла Түбәнге Яйыҡбай ауылы мәсетенең имам-хатибы Рәмил Сәфәрғәле улы сабыйға изге уйлы, сәсән телле булһын, тип Хәсән исемен ҡушты. Аҙаҡ ағинәйҙәр сабыйға иң изге теләктәрен теләне, мөнәжәттәр әйтте һәм хәйер-саҙаҡа таратты. Байрам ағинәйҙәр әҙерләгән мул һыйлы табын артында сәй эсеү менән тамамланды.
Рәүилә Хәсәнова.