+24 °С
Ямғыр
Таулыҡай ауылы ағинәйҙәренә 5-се, 6-сы, 9-сы класс уҡыусылары ҡунаҡҡа килде.
Балалар милли ҡомартҡылар тупланған "Ағинәй бүлмә"һе менән танышты. "Кем ул "ағинәй?", "Ағинәйҙәр нимә эшләй?" тигән һорауҙарға яуап эҙләп, улар менән "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо.
Шулай уҡ уҡыусыларға ағинәйҙәр үҙебеҙҙә үҫкән дарыу үләндәре, һәр үҫемлектең шифаһы, файҙаһы тураһында һөйләне. Быларҙың барыһын да балалар ҡыҙыҡһынып тыңланы. Аралашыу файҙалы булды, йола эсендә йола күрһәтелде.
Башҡорт йолаһына ярашлы, балалар күстәнәстәр алып, ағинәйҙәр менән аралашыуҙан кинәнес алып, тағы ла киләсәктәрен белдереп, ҡыуанышып таралышты.
Гөлнур Дәүләкәнова, "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе.