

Оператив кәңәшмәнән
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үткәргән бөгөнгө оператив кәңәшмәлә район-ҡала буйынса булған хәл-ваҡиғалар тикшерелде, уларға анализ яһалды, булған сараларға баһа бирелде, алдағылары маҡсатҡа алынды.
Район етәксеһе кисәге кистең һәм бөгөнгө төндөң тынғыһыҙ үтеүе хаҡында әйтеп үтте. Был һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүенә бәйле. Ағастарға 3 сантиметрға тиклем боҙ ултырып, уларҙың электр сымдарына барып төшкән урындар бар. Ҡала буйынса ла был хәл күҙәтелде. Өҫтәүенә төнөн сыҡҡан дауыл электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр тыуҙырҙы. Фәнис Ғәбдрәшит улы әйтеүенсә, әлеге ваҡытта авариялар булған бар ерҙә ныҡлы эш алып барыла һәм электр энергияһы меенән тәьмин итеүҙәге өҙөклөктәр тәртипкә килтерелә.
Берҙәм диспетчер хеҙмәтенең мәғлүмәттәре буйынса бер аҙна эсендә 216 мөрәжәғәт ҡабул ителеп, эшкә алынған. Янғын хәүефен иҫкәртеү өсөн йорттар буйынса рейдтар дауам итә, янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҡуйыла.
Ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев “Башҡорт ихаталары” буйынса ғәйәт ҙур эштәр башҡарыласағын белдерҙе. Был юлы беҙ проспектҡа ингән һәм М. Йәлил урамындағы бер нисә күп ҡатлы йорттоң яңы төҫ аласағын күрәсәкбеҙ. Радмир Фитрат улы шулай уҡ ҡый сығарыу буйынса үҙгәрештәр хаҡында әйтеп үтте. Был хаҡтағы тулы материал “Һаҡмар” һәм “Баймакский вестник” гәзиттәрендә 17 мартта донъя күрәсәк. Ҡалабыҙҙы матурлаясаҡ тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ – ул С. Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркының федераль проектҡа инәсәгенә халыҡтың күпселек тауышын йыйыуы. Был мәсьәләгә “Һаҡмар” гәзите биттәрендә тулы мәҡәлә менән әйләнеп ҡайтырбыҙ.
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Азат Шәрипов районда сәсеүгә ныҡлы әҙерлек эштәре барыуын белдерҙе. Азат Булат улы шулай уҡ Күлтабан агрофирмаһының “А7-агро” холдингына ҡушылыуы тураһындағы эштәр тамамланыуын белдерҙе. Тиҙҙән был ауыл хужалығы предприятиеһы тулы көс менән эшләп китәсәгенә ныҡлы ышаныс бар.
Баш агроном Нәжип Хәсәнов яҙғы сәсеү эштәре, орлоҡтарҙы әҙерләү, минераль ашлама һатып алыу, ауыл хужалығы йүнәлешендәге башҡа һорауҙар буйынса тулы мәғлүмәт бирҙе.
Баймаҡ районы, Сибай ҡалаһы буйынса ветстанция начальнигы Рәил Әбүбәкеров малды вакцинациялау мәсьәләләренә туҡталды. Был бик етди мәсьәлә икәнлеген беҙ Төркмән ауылында төйөрлө дерматит ауырыуы таралғанда аңланыҡ. Әле лә хәтеремдә малын юғалтҡан хужабикәнең был ҡот осмалы ауырыу тураһында: “Кискеһен кәртәгә индергәндә тиреһе балҡып торған көр һыйырҙарым иртәнсәккә ҡоро һөлдәгә әйләнгән ине. Ни тиклем ҡурҡыныс сир! Бындай фажиғә башҡа бер ҡасан да ауылыбыҙға ҡағылмаһын ине!”-тип илаулауын иҫләйем. Ысынлап та, яҙғыһын төрлө йоғошло ауырыуҙар яңынан баш ҡалҡыта башлай. Ошондай ауырыуҙарҙан нисек һаҡланыу, районда төйөрлө дерматитты бөтөргәндән һуңғы эҙемтәләр, шул осорҙағы Республика Хөкүмәтенең, район хакимиәтенең халыҡҡа ныҡлы ярҙамы һәм башҡалар хаҡында “Һаҡмар” гәзитенең 17 март һанында Рәил Риф улының мәҡәләһенән уҡый алырһығыҙ.
Баймаҡ телевидениеһының директоры Зөлфиә Сафинаның сығышы ла ҡыҙыҡһыныу уятмай ҡалмағандыр. Райондың үҙ телевидениеһы булыуы – оло мәртәбә. Коллектив район-ҡалалағы хәл-ваҡиғаларҙы республика, башҡа төбәктәр кимәленә сығара, төрлө ижади конкурстарҙа еңеүҙәр яулай, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле программалар алып бара. Әйткәндәй, әгәр яҡындарығыҙҙы йәки коллективығыҙҙы ҡотларға теләһәгеҙ, телевидение хеҙмәткәрҙәре был юҫыҡта ла һәр саҡ ярҙам итергә әҙер.
Район башлығы яугирҙәребеҙгә йыйылған сираттағы гуманитар ярҙам тураһында һөйләп үтте һәм уны әҙерләүгә көс һалған һәр кемгә оло рәхмәтен еткерҙе. “Бар ярҙам яугирҙәребеҙҙең ихтыяжынан сығып әҙерләнде. Бының өсөн ялға ҡайтҡандарында улар менән осраштым. Махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәр менән дә даими бәйләнештәмен. Егеттәребеҙҙе тағы ла һөйөндөрөрбөҙ. Был беҙҙең Еңеүгә индергән өлөшөбөҙ булыр, тип ышанам. Барығыҙға ла рәхмәт!”-тине Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов баймаҡтарҙы популяр “Зеленые береты” ансамбленең сығышы көтөүе хаҡында әйтеп үтте. Концерт 16 мартта халыҡ ижады үҙәгендә буласаҡ. Ә концерттан килгән аҡса махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә ярҙам итеп ебәреләсәк. Илһөйәрлек тойғолары менән һуғарылған матур сараға рәхим итегеҙ!
Мәғлүм булыуынса, быйыл беҙҙең Иҫке Сибай ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Ошо хаҡтағы тулы мәғлүмәтте Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов һөйләп үтте. Эйе, был йүнәлештә бик күп эштәр башҡарыла һәм беҙҙең Иҫке Сибай ауылы республика буйынса алдынғы урынға сығасағына өмөтөбөҙ ҙур.
Фәнис Ғәбдрәшит улы Ришат Вәкил улын тыуған көнө менән дә ҡотлап иң изге теләктәрен еткерҙе. Беҙ ҙә Ришат Вәкил улын бар күңелдән ҡотлайбыҙ, уның тыуған еребеҙ мәнфәғәтенә башҡарған эштәре үҙенә унлата сауап булып әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Оператив кәңәшмәлә күтәрелгән мәсьәләләр, ҡуйылған маҡсаттар тураһында тулы мәҡәләләрҙе һеҙ һәр саҡ “Һаҡмар” гәзитендә уҡый алаһығыҙ.
Гүзәл Салихова.
Һүрәттә: район башлығы Ришат Ишембәтовты ҡотлай.