Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Түбәнге Яйыҡбай ауылы ағинәйҙәре үҙҙәренең ултырышын үткәрҙе. Һөйләшеүҙә ойошманың барлыҡ ағзалары ла ҡатнашты. Иң беренсе нәүбәттә быға тиклем эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһалды. Әйтергә кәрәк, ойошма ағзаларының барыһы ла ауылда, район, республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Артабан һүҙ алдағы көндәрҙә үткәреләсәк саралар хаҡында барҙы. Унда Ағинәйҙәр тарафынан #Атайсал проекты #Атайсалға файҙалы эштәр йылы #Уҡытыусы һәм остаз йылы буйынса бик бай, эстәлекле эш Планы ҡабул ителде. Ултырышта ҡатнашыусылар артабан да сараларҙа берҙәм, ойошҡан ҡатнашырға, уларға балаларҙы йәлеп итергә, Ағинәй мөйөшө стендын ҙурайтырға, үткәрелгән сараларҙың фотоальбомын булдырырға тигән тәҡдим әйтте.
Афарин, ауыл усағын ҡабыҙыусы, ялҡын өҫтәп тороусы, һүндермәүсе, илебеҙ, халҡыбыҙ, телебеҙ, йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, динебеҙ-иманыбыҙ һағында тороусы ауылым ағинәйҙәре, милләтебеҙҙе һаҡлаусылар! Эштәрегеҙ алдағы көндә лә уң булһын!
Түбәнге Яйыҡбай ағинәйҙәре.