

Уны күреп гөлдәр башын эйә...
Һылыулығы, нәзәкәтлеге, нәфислеге менән генә түгел, ә бигерәк тә тәрән аҡылы менән хайран ҡалдырған ҡыҙҙар була. Улар алдарына юғары маҡсаттар ҡуя, уларға өлгәшеү өсөн ваҡытын да, үҙен дә йәлләмәй, шул уҡ ваҡытта гүзәл заттарға ғына хас булған матурлыҡ нурҙарын тарата.
Район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет директоры Гөлсинә Сирғәлина нәҡ шундай һылыуҙарҙың береһе. Тыуған еребеҙҙең биҙәге тип әйтергә була уның хаҡында. Гөлсинә Икенсе Этҡол ауылында Сирғәлиндар ғаиләһендә донъяға килә. Артабан ҡаланың 1-се мәктәбендә белем ала. Кескәйҙән бейергә яратҡан ҡыҙ 6 йәштән бейеү түңәрәгенә йөрөй. Был йүнәлештә лә уңыштарға өлгәшеп башҡорт һәм заман бейеүҙәре хореографы таныҡлығын ала.
Артабан Өфө урман хужалығы техникумында ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса белгес һөнәрен үҙләштерә. Уҡырға яратҡан, яңынан-яңы йүнәлештәрҙе үҙ итергә ынтылған Гөлсинә әлеге ваҡытта ситтән тороп Мәскәү ҡалаһының ике юғары уҡыу йортонда белем ала. Ул А. Шахов ғәмәли социаль психологияһы институтында – психолог-консультант һәм Мәскәү финанс-сәнәғәт университетында юрист һөнәрен үҙләштерә.
Йәштәр комитетын етәкләгән ҡыҙ М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабын да етәкләй. Бында теркәлгән ике йөҙгә яҡын кеше менән улар тәү сиратта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең яҡындарына ярҙам күрһәтә. “Был изге эште агросәнәғәт, яғыулыҡ-энергетика колледждары студенттары, 1-се мәктәп уҡыусылары һ.б. башҡара. Уларға бик рәхмәтлемен. Сөнки был эштең ни тиклем мөһим булыуын һәр км аңлай”, - ти йәштәр комитеты директоры.
Һәр көнөнә юғары маҡсаттар ҡуйып янып эшләгән, белемгә ынтылған, гүзәллек нурҙары таратҡан һылыуҡайға бар уй-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләге килә. Эйе, була бит шундай ҡыҙҙар! Күҙҙәр генә теймәһен!
Гүзәл Салихова.