

Район ҡатын-ҡыҙҙар советын тыуған еребеҙҙә белмәгән кеше һирәктер. Гөлшат Байдәүләтова етәкләгән был ойошма башҡа йәмәғәтселәр менән берлектә бихисап эштәр башҡара. Беҙ уларҙың күбеһен белмәй ҙә ҡалабыҙ. Сөнки Гөлшат Рим ҡыҙы: “Изгелек эшлә лә, һыуға һал, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Яҡшылыҡ эшләгән кеше үҙенең һулышы иркенәйеүен тоя, ә инде башҡаларҙы шатландырғанын күреп, тағы ла бәхетле була”,-тигән йәшәү тәғлимәтен тота.
Районыбыҙҙың бар йәмәғәт ойошмаларының (ҡоролтай, ағинәйҙәр, ир-егеттәр ҡоро), шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙар советының да ни тиклем мөһим эш башҡарыуы һәм уның кәрәклеге махсус хәрби операция башланғас айырыуса ныҡ тойолдо. Гүзәл заттарҙың берләшмәһе тәүгеләрҙән булып яугирҙәргә йылы кейемдәр бәйләү эшенә тотондо, төрлө акциялар иғлан итте. Ә инде эшенән ҡайтҡан әсә кистәрен балалары менән бергә ут эсендә йөрөгән батырҙарға хат яҙырға ултырҙы. Яугирҙәргә ярҙам барып еткәндә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, улар иң тәүҙә ошо хаттарҙы түҙемһеҙлек менән уҡый. Сөнки йылы һүҙ – йән аҙығы, ул кешегә йәшәү көсө һәм дәрте бирә. Шуға күрә район ҡатын-ҡыҙҙар советының яугирҙәргә хат яҙыуҙы ойоштороуҙары бер көнгә лә туҡтағаны юҡ. Яугирҙәребеҙҙең был хаттарҙы йөрәк янына һалып йөрөтөүе лә билдәле.
Быуындар күсәгилешлегенә оло әһәмиәт биреп, ҡатын-ҡыҙҙар советы бар эште балалар һәм йәштәр менән бергә башҡарырға тырыша. Маскировка сеткаларын үреү, бәйләү, төрлө кәрәк-яраҡтар әҙерләү – был күпселек эштең иң әҙ өлөшө генә. Ә инде ҡыҙҙар менән бергә ултырып курткалар, балаклавалар, хатта носилкалар тегеү беҙҙең еңеүебеҙгә һис шикһеҙ үҙ өлөшөн индерә.
Иң ауыр мәл, сикһеҙ ҡайғы – ул егеттәрҙең һәләк булыуы. Бындай саҡта ла ҡатын-ҡыҙҙар советы яугирҙәрҙең әсәләрен, ғаиләләрен, яҡындарын үҙ хәстәрлекле ҡосағына ала. Ошондай ауыр минуттарҙа кәрәкле һүҙҙәр табыу, йыуатыу хистәрен еткерә алыу сикһеҙ рухи көстө талап итә. Һәм ҡатын-ҡыҙҙар был ҡатмарлы, йөрәк өҙгөс эште лә атҡарып сыға. Әлбиттә, киләсәктә бындай ҡайғылы хәбәрҙәрҙең башҡаса килмәүен теләйек.
Шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар советы республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулап та өлгөрә. Ә инде районда үткән һәр акцияла әүҙем ҡатнашыусы, үҙҙәре лә ойоштороусы улар. Төрлө кисәләр, концерттар, фәһемле осрашыуҙар – быларҙың барыһы ла тыуған еребеҙ, төбәгебеҙ һәм илебеҙ мәнфәғәтенә йүнәлтелгән. Бөгөн ҡалала һәм ауылда эшләп килгән һәр ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмаларын үҙҙәре кеүек нәфис һәм нескә яҙ байрамы менән ҡотлап, бар күңелдән рәхмәт әйтеп, башҡарған эштәренең йорттарына сауап булып төшөүен теләге килә. Ил хәстәрен күтәргән иңдәрегеҙ бер ҙә талмаһын, һаулыҡта һәм бәхеттә йәшәргә яҙһын!
Гүзәл Иҫәнгилдина.