Бөгөн йәмғиәттә ағинәйҙәрҙең үҙ урыны, үҙ һүҙе бар. Әйтергә кәрәк, тәрбиәүи сараларҙан тыш, улар йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Гүзәл Монасипова етәкселегендәге Баймаҡ районының “Ағинәйҙәр” ҡоро төп йәмәғәт ойошмаларының береһе булып һанала. Урында бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй. Ауыл биләмәһе башлыҡтарының уң ҡулы улар, тип әйтергә лә мөмкин. Район ағинәйҙәре урындағы Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәктәп һәм балалар баҡсаһы коллективтары, ауыл старосталары, депутаттар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
- Һәр заманда ла ағинәйҙәрҙең һүҙе айырым урын биләгән һәм ул бөгөн дә шулай, - ти уның рәйесе Гүзәл Монасипова. - Ә хәҙер беҙҙең иңгә тағы ла бер бурыс өҫтәлде – махсус хәрби операцияға юлланған ир-егеттәребеҙҙе халҡыбыҙҙың йолаларына ярашлы оҙатыу, доғалар бағышлау һәм уларға һәр яҡлап булышлыҡ итеү. Бөгөн яугирҙәрҙең ғаиләләре менән дә ныҡлы бәйләнеш булдырылған.
Ысынлап та, ағинәйҙәр иңенә бөгөн күп бурыстар һалынған. Тәүгеһе, әлбиттә, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, һаҡлау, улар нигеҙендә киләсәк быуынды тәрбиәләү. Шул маҡсаттан Баймаҡ ағинәйҙәре өс йылдан ашыу башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемен тегеү, биҙәүестәрен тергеҙеү буйынса ғәйәт ҙур эштәр алып барҙы. Милли кейемдәрҙе, селтәрҙәрҙе, ҡашмауҙарҙы тарихи дөрөҫлөккә тап килтереп тегеү өсөн даими оҫталыҡ дәрестәре үтте. Был тәңгәлдә бөгөн дә саралар уҙа. Ҡыҫҡаһы, хаталар өҫтөндә эш алып барыуға айырым иғтибар бирелә. Уларҙың һәр береһенең артында ағинәйҙәрҙең бик ҙур хеҙмәте, көсө ята.
Ауыл биләмә башлыҡтарының тырышлығы арҡаһында 14 ауылда ағинәйҙәрҙең үҙ бүлмәһе булдырылған. Атап әйткәндә, улар Иҫке Сибай, Икенсе Этҡол, Таулыҡай, Һәмән, Күгиҙел, Беренсе Этҡол, Билал, Йомаш, Үрге Яйыҡбай, Әбделкәрим, Ишмырҙа, Мерәҫ, Сосновка, Һаҡмар ауылдарында асылған. Булмағандарында китапханаларҙа үҙ мөйөшө бар. Уларҙа ойошманың эше күрһәтелә. Пландар, уҙған саралар, норматив документтар урын алған.
“Ағинәйҙәр” бүлмәһен этномузей менән дә сағыштырырға мөмкин. Уны шулай уҡ, тәрбиә биреү үҙәге, тип тә атарға була. Былтыр районда уҙған “Иң яҡшы ағинәй” бүлмәһе (мөйөшө)” конкурсы уларҙы артабан йыһазландырыу, зауыҡ менән биҙәү, күберәк экспонаттар менән байытыу мөмкинселеге бирҙе.
“Ағинәй” бүлмәләрендә милли традициялар, халҡыбыҙҙың йолалары, кәсептәре сағылдырыла. Ошонда уҡ оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәрен, биҙәүестәрен эшләйҙәр, балаҫ һуғалар, һарауыс, таҫтар сигәләр, сергетыш, ҡорама, аяҡ кейеме – сарыҡ тегәләр. Милли аш-һыу нескәлектәренә өйрәнәләр.
Аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса ла районда ғәйәт ҙур эштәр алып барыла. Иҫке Сибай, Түбә, Темәс, Сыңғыҙ, Мерәҫ, Таулыҡай, Ғүмәр һәм башҡа ауылдарҙың ағинәйҙәре күптән инде сарыҡлы булды.
Йылдан-йыл халҡыбыҙҙың милли йолаларына, кәсептәренә нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уяна. Үҙҙәренә балаҫ һуғыу станогы һатып алып ултыртҡандар ҙа бар. Таулыҡай, Сыңғыҙ, Иҫке Сибай, Беренсе Этҡол, Темәс, Төркмән, Әбделкәрим, Алғаҙы, Таһир, Түбә, Мерәҫ ауылдарында буй һәм аҫалы балаҫ һуғыу кәсебе тергеҙелде. Иҫке Сибай, Сыңғыҙ, Мерәҫ һәм башҡа ауылдарҙа сарыҡ ҡунысын эшләү өсөн тула баҫыу эше йәнләнде.
Әйтергә кәрәк, район ағинәйҙәр ойошмаһы рәйестәре балаҫ һуғыу буйынса Сибай ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты. Өс көн барған оҫталыҡ дәресендә төрлө станоктарҙа балаҫ һуғырға өйрәнеп, “Балаҫ һуғыу оҫтаһы” тигән танытмаға лайыҡ булдылар. Ошонда уҡ улар үҙҙәренә кәрәкле станоктар һатып алдылар.
Район кимәлендә уҙған “Ҡорама ҡороу” конкурсы ла үҙенсәлекле төҫ алды. Һәр ауылдан уңған хужабикәләр үҙҙәренең оҫталығын күрһәтеп, сағыу туҡымаларҙан эштәрен күрһәтте. Күҙ нурҙарын һалып, төрлө биҙәктәр тыуҙырған ағинәйҙәрҙең хеҙмәте юғары баһаланды.
“Айыҡ ауыл” республика һәм “Сәләмәт ауыл”, “Сылтыр шишмә” район кимәлендә уҙған конкурстарҙа ла ойошма ағзалары башлап йөрөүселәрҙән һанала. Эскелеккә ҡаршы көрәш алып барып, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙалар. Сәләмәт тормошто пропагандалаған саралар ойоштороп, уларҙа үҙҙәре лә әүҙем ҡатнаша. Экологик акцияларҙың береһен дә ҡалдырмай, һәр ваҡыт ҡулдарына эш ҡоралдары алалар.
Район ағинәйҙәре тәжрибә уртаҡлашыу ниәтенән әленән-әле осрашыуҙар уҙғара. Төбәк һәм район-ара йыйындар йыш уҙа. Уҙған йылда ойошма ағзалары Учалы, Хәйбулла, Белорет райондарында уҙған этнофестивалдә ҡатнашты. Уларҙа бөрйән ырыуының милли кейемдәре өлгөләрен яҡлап сығыш яһаны.
Йылайыр, Хәйбулла, Бөрйән райондары ағинәйҙәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Улар ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре үтә, тәжрибәләр менән уртаҡлашалар. Халҡыбыҙҙың төрлө йолаларын уҙғарыу үҙенсәлектәре өйрәнелә.
Быйыл Рәсәйҙә “Уҡытыусы һәм остаз” йылы булараҡ, Баймаҡ ағинәйҙәре араһында оҙаҡ йылдар балаларға белем һәм тәрбиә биреп, хаҡлы ялға сыҡҡан мәғариф ветерандары тураһында ла әйтеп үтергә кәрәк. Улар - Күгиҙелдән Сания Манапова, Әбделкәримдән Әлфиә Байсыуаҡова, Әхмәрҙән Ғәйникамал Мәҡсүтова, Беренсе Төркмәндән Таңһылыу Ҡужина, Икенсе Этҡолдан Көнһылыу Сөләймәнова, Ишмөхәмәттән Миңһылыу Сәлимова, Ҡараталдан Рәйсә Ғүмәрова, Буранбайҙан Фәриҙә Һағынбаева, Алғаҙынан Рима Ҡунысбаева, Кәрешкәнән Гүзәл Ғүмәрова, Яраттан Фәниә Ишйәрова һәм башҡалар. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар “Ағинәйҙәр” хәрәкәтен етәкләгән мәғариф ветерандары Аҡморондан Рәшиҙә Фәттәхова, Ишмырҙанан Гөлгенә Тотманова, Ниғәмәттән Фәрзәнә Мөхәмәтшина, Әбделкәримдән Фәриҙә Ҡудашева һәм башҡалар ысын мәғәнәһендә остаз булып торалар. Улар үҙҙәренең матур өлгөләрендә бөгөн дә балаларҙы, йәштәрҙе тәрбиәләй. Күңелдәренә милләтебеҙҙең мәҙәниәтенә, теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, халыҡ кәсептәренә, ауыҙ-тел ижадына һөйөү орлоҡтары һалып, уларҙы һаҡлап-ҡурсалап үҫтерәләр.
Әйткәндәй, “Ағинәй” бүлмәһендә балалар йыш ҡунаҡ. Үҫеп килгән быуын менән бәйләнеш булдырылған, илһөйәрлек, телһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ тойғолары тәрбиәләнә. Улар менән әленән-әле осрашыуҙар уҙа, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә. “Урал батыр” эпосын, башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеп, телһөйәрлек тәрбиәһе биргән саралар күп үтә. Шулай уҡ халыҡ уйындарын да ҙур теләк менән уйнайҙар.
Баймаҡ ағинәйҙәре былтыр Башҡортостан “Юлдаш” телевидениеһында барған “Алтын тирмә” тапшырыуында өс тапҡыр ҡатнашып, тағы ла бер тапҡыр үҙҙәренең юғары мәҙәнилеген иҫбатланы. Милли йолалар, халыҡ кәсептәре тураһында һорауҙарға тапҡыр һәм дөрөҫ яуап бирҙеләр. Республика ир-егеттәр ҡоро ағзаларына ҡаршы барған уйында үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Әйтергә кәрәк, был уйын ағинәйҙәрҙең еңеүе менән тамамланды.
Быйыл “Ағинәйҙә ҡунаҡта”, “Ағинәй нәсихәттәре” проекттарына ярашлы, үҫеп килгән быуында телһөйәрлек, илһөйәрлек, әхлаҡи сифаттар тәрбиәләү маҡсаты күҙ уңында тотола. Әйтергә кәрәк, был ойошманың төп йүнәлештәрҙең береһе. Шулай уҡ онотола барған йолалар, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү өлгөләре буйынса оҫталыҡ майҙансыҡтары ойоштороласаҡ. Былтыр ер-һыу атамаларын өйрәнеү өҫтөндә эш алып барылған ине. Быйыл уға йомғаҡ яһап, һәр ауыл биләмәһенең “Ағинәйҙәр” ойошмаһы альбом - эстафета тапшырасаҡ.
Үрҙә һанап кителгәндәр ойошма ағз-алары башҡарған эштәрҙең бер остоғо ғына. Ләкин уларҙа киләсәгебеҙ ағинәйҙәр ҡулында икәне асыҡ күренә. Бөгөн ниндәй быуын тәрбиәләйбеҙ – беҙҙе шундай тормош көтә. Ағинәйҙәрҙең тыңғыһыҙ эшенә, хеҙмәтенә, йоҡламай уҙғарған айлы төндәренә, аҡыллы кәңәштәренә, тапҡыр һүҙҙәренә, алтынға бәрәбәр аҡылдарына рәхмәт әйтеп, баш эйәбеҙ.
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.