+24 °С
Ямғыр


Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, шаршамбы, 8 мартта, төндә урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ бер аҙ епшек ҡар, айырым райондарҙа боҙлауыҡ көтөлә.
Ел төньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен көньяҡҡа үҙгәртеп, талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә -8, -13, аяҙытҡанда -18 градус, көндөҙ 0, -5.
9 мартта республикала йәшәүселәрҙе йылы һауа торошо көтә. Бер аҙ епшек ҡар, айырым райондарҙа боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -2, -7, көндөҙ -2,- +3 градус була.