Йәмғиәт
6 Март 2023, 05:05

Оператив кәңәшмәнән

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙе ҡаршы алыу, улар менән осрашыу, ярҙам әҙерләү мөһимлеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды...

Оператив кәңәшмәнәнОператив кәңәшмәнән
Оператив кәңәшмәнән

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үткәргән бөгөнгө оператив кәңәшмәлә күберәк юл мәсьәләһе күтәрелде. Берҙәм-диспетчер хеҙмәтенә килгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда ла халыҡ иң күбе ошо һорау менән мөрәжәғәт иткән. Фәнис Ғәбдрәшит улы ДРСУ хеҙмәтенә юл мәсьәләһен ваҡытында хәл итергә ҡушты. Хәҙерге ваҡытта бар техника – юлдарҙа. Әммә һаман буран өрөп тороуы ҡырылған юлдарға яңынан көрттәр һала.

Ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев та ҡала эсендәге юлдарҙы таҙартыу мәсьәләһенә туҡталды. Был эш ҡала буйынса ял көндәрендә лә туҡтамай дауам иткәнен һәр кем күргәндер. Машиналар күпләп йөрөгән, юл хәрәкәте өсөн мөһим булған урындар ҡырҙыртып, таҙартылды.

Район етәксеһе тиҙҙән капиталь ремонт башланасаҡ мәктәптәр мәсьәләһен күтәрҙе. Был йүнәлештә беҙҙе ҙур һәм мөһим эштәр көтә! Быйыл 4-се лицей, 1-се мәктәп, Төркмән, Ниғәмәт мәктәптәре ремонтланасаҡ. Былаҙың барыһы хаҡында мәғлүмәт биргән мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков Иҫке Сибай мәктәбендә тамамланып барған эштәр хаҡында ла һөйләне. Был заманса шарттарға ярашлы төҙөлгән һәм йыһазландырылған мәктәп быйыл апрелдә үҙ ишектәрен асасаҡ.

Фәнис Ғәбдрәшит улы Күлтабан ауылында республикаға киң бәилдәле “Авангард”тың (“Патриот” паркы) филиалын асыу мәсьәләһе лә ҡаралауы хаҡында һөйләне. Был эш буйынса Күлтабан ауылына ҙур эш делегацияһы килеүе көтөлә.

Район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Азат Шәрипов яҙғы сәсеүгә әҙерлек барышы менән таныштырҙы. Азат Булат улы шулай уҡ фермерҙар тырышлығы менән үткәрелгән ат сабыштарына ыңғай баһаһын бирҙе.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙе ҡаршы алыу, улар менән осрашыу, ярҙам әҙерләү мөһимлеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш иртәгә 10.30 сәғәттә халыҡ ижады үҙәгендә көтөлә. Рәхим итегеҙ! Белеүегеҙсә, йыл һайын был көндө иң-иң булған ҡатын-ҡыҙҙар билдәләнә, ә халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре иҫ киткес концерт әҙерләй.

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас