Йәмғиәт
4 Март 2023, 09:05

Ҡул һелтәнем

Хәҙер балалар мәктәпкә белемле булырға түгел, ә ОГЭ, ЕГЭ бирергә әҙерләнеү өсөн йөрөй. Беренсе кластан! Ялҡтым, ысынын әйткәндә!..

Ҡул һелтәнемҠул һелтәнем
Ҡул һелтәнем

Ҡул һелтәнем

Улым менән дәрес әҙерләйбеҙ. Өсөнсө сәғәт китте, баланы тыңлатып алып булмай. Өҫтәүенә, хәҙерге мәктәп программаһын бөтөнләй аңлап булмай. Бишенсе класта ғына уҡыһа ла, үҙем буталып бөтәм. Улымдың дәрес әҙерләгеһе килмәгәне тойолоп тора. Түҙмәй елкәһенә берҙе төртөп ебәрҙем. Быға тиклем тырнағым менән дә ҡағылғаным юҡ ине. Үҙемә лә ҡыйын булып китте. Улым миңә әйләнеп ҡараны ла башын сайҡап: “Нимә, әсәй, ошонан һуң мин аҡылланып китер тип уйлайһыңмы?” -тип илап ебәрҙе.

Ҡул һелтәнем. Собрание һайын "ОГЭ, ЕГЭ" тип тылҡыйҙар. Балаларҙы ла шулар менән ҡурҡытып бөткәндәр!  Хәҙер балалар мәктәпкә белемле булырға түгел, ә ОГЭ, ЕГЭ бирергә әҙерләнеү өсөн йөрөй. Беренсе кластан! Ялҡтым, ысынын әйткәндә! Ошо мәктәп программаһы буйынса уҡытыусыларҙың үҙҙәрен, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен, етәкселәрен контроль эш эшләтеп, ОГЭ, ЕГЭ тигәндәрен тапшырттырып ҡарар кәрәк ине. Эшләй алырҙар инеме икән? .

Р.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас