+24 °С
Ямғыр
Ҡуянтау ауылының мәҙәниәт йортонда 1 март — Башҡорт ғаиләһе көнөнә ҡарата фәһемле байрам сараһы үтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, урындағы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы һәм ветерандар советы ағзалары балалар өсөн ҙур тамаша әҙерләне. Халыҡ ижады, ауыҙ-тел байлығы алғы һыҙыҡҡа ҡуйылды. Балаларҙы халҡыбыҙҙың матур ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары нигеҙендә тәрбиәләү маҡсатында уҙған сара юғары кимәлдә үтте. Шиғырҙар ятланыҡ, йырҙар башҡарҙыҡ, йомаҡтар ҡойҙоҡ. Һуңынан балалар менән халыҡ уйындары уйнаныҡ.
Мәрйәм Дауытбаева, ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе.