Иҫке Сибай ауылының "Шәфәҡ" ойошмаһы ағинәйҙәре Йылайыр районы Юлдыбай ауылына уҙған "Турпыша -2023 " бәйгеһенә саҡырыу алды. Һауа торошоноң көйһөҙләнеп тороуына ҡарамаҫтан, был мәртәбәле сарала ҡатнашыу теләге юлға сығыуға этәрҙе. Сөнки уларҙа халыҡҡа күрһәтерлек бай тәжрибәләре бар, бынан тыш бындай фестивалдә ҡатнашыу оло мәртәбәгә эйә. Был сарала балаҫ, кейеҙ һуғыу оҫталары йыйыла, тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Иҫке Сибай ауылында балаҫ һуғыусылар күп. Улар араһында ир-егеттәр ҙә бар. Ул - Баязитов Юлай Фәтхитдин улы. Оҫталыҡ бәйгеһенә тап ул һуҡҡан балаҫтарҙы күрһәттеләр. Ағинәйҙәр иһә туланан теккән сарыҡтарынан күргәҙмә яһаны. Һөҙөмтәлә, беҙҙең ағинәйҙәр "Оҫта тула һуғыусы" номинацияһында еңеү яуланы.
Әйткәндәй, Юлдыбай ауылы оҫталары менән бәйләнеш ептәре электән килә. Артабан да тәжрибә уртаҡлашып, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүҙә кәңәшләшеп, аралашып йәшәргә яҙһын. Сара ойошҡанлы, юғары кимәлдә ойошторолған, йылы ҡаршы алыуҙары өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ," -ти "Шәфәҡ" ағинәй ойошмаһы етәксеһе Илүзә Йосопова.