

“Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” конкурсы республикабыҙҙа йыл да юғары кимәлдә үтә. Унда Башҡортостаныбыҙҙың иң-иң гүзәл заттары ҡатнаша. Хәҙер был конкурс Бөтә Рәсәй статусын алды. Ул Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең төбәк халҡы мәнфәғәтендә тормошҡа ашырылған, социаль әһәмиәткә эйә булған иң популяр проекттарының береһе булып тора. Был сара граждандар йәмғиәте институттарының эшен әүҙемләштереү, халыҡтың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен күтәреү, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмәғәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен баһалау, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының этномәҙәни төрлөлөгөн һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелә.
Бөгөн “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының финал өлөшө һәм бүләкләү тантанаһы бара. Гүзәл заттарыбыҙҙың ҡаҙаныштары 10 номинация буйынса билдәләнәсәк, һәр береһендә өсөшәр кешене бүләкләү ҡаралған. Һәр еңеүсегә диплом һәм бағыусыларҙан бүләктәр тапшырыласаҡ. Иң әүҙем гүзәл заттар Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнәсәк.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, конкурста ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара, шулай уҡ конкурсҡа Рәсәйҙән 24 төбәк ҡушылған.
Мөһим сарала Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙары ла ҡатнаша. Беҙ уларҙан яңылыҡтар көтәбеҙ!