Йәмғиәт
1 Март 2023, 09:00

Теләктәреңде яңғырата бел

Бер ҡатын йәне көйөп уйланып ултыра: “Ирем ялҡау, балаларым насар уҡый, тәртипһеҙ, етәксе минең эшемде күрмәй, ярлылыҡта йәшәйем...

Теләктәреңде яңғырата белТеләктәреңде яңғырата бел
Теләктәреңде яңғырата бел

Бер ҡатын йәне көйөп уйланып ултыра: “Ирем ялҡау, балаларым насар уҡый, тәртипһеҙ, етәксе минең эшемде күрмәй, ярлылыҡта йәшәйем...”

Ҡатындың артында баҫып торған фәрештәһе барыһын да һүҙмә-һүҙ яҙып алып торған да: “Быларҙың барыһы ла уға нимәгә кәрәк икән? Бик сәйер теләктәр әлбиттә, тик ни эшләйһең-үтәргә кәрәк”,-тип уфтанып ҡуйған.

Шуға күрә теләктәреңде яңғырата бел. Ниҙер әйткәндә - уйла, фәрештәләрҙең "амин" тигән сағына тура килер. Үҙеңә теләмәгән аламалыҡты һәм яуызлыҡты башҡаларға теләмә. Бар ҡылыҡтарың, әйткән һүҙҙәрең үҙеңә унлата әйләнеп ҡайтасағын онотма!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас