Йәмғиәт
25 Февраль 2023, 11:00

Һүҙ көсө - йәшәү рәүеше

Бәхетле әсәй һәм өләсәй әле лә редакция эше менән янып йәшәй. “Баймакский вестник” гәзитенең һәр һанында уның аҡыллы уйҙарына һуғарылған төплө мәҡәләләре баҫыла. Дөрөҫөн әйткәндә, бер көн килмәй торһа, беҙ ҙә уны юғалта башлайбыҙ. Әсәләрсә ҡосағына алып, ышаныс һәм ныҡлыҡ бүләк иткән Гүзәл апайыбыҙға беҙ бик тә рәхмәтлебеҙ...

Һүҙ көсө - йәшәү рәүешеҺүҙ көсө - йәшәү рәүеше
Һүҙ көсө - йәшәү рәүеше

Һүҙ көсө – йәшәү рәүеше

Билдәле журналист, хеҙмәт ветераны Гүзәл Ниғәмәтова юбилейын билдәләне

Редакцияға эшкә килгән мәлдә беҙ көслө журналистар мәктәбенең уҡыусыларына әүерелдек. Сөнки “Һаҡмар” гәзитендә беҙгә остаз, кәңәшсе һәм яҡын дуҫ та булған Тәфтизан ағай Ушанов, Хәйризаман Үтәевтан тыш, бында журналистика өлкәһендә оҙайлы йыл эшләгән Ғәлимйән Баймурзин, Рәшит Үтәев, Әсҡәт Байназаров, Мөнир Маннапов һәм Гүзәл Ниғәмәтова бар ине.

Гүзәл Исхаҡ ҡыҙының мәҡәләләре менән бала саҡтан таныш инем. Өйгә килгән район гәзитен уҡығанда уның үҙенә генә хас тел менән яҙылған мәҡәләләрен рәхәтләнеп уҡый инем. Ә бына уның менән бер йүнәлештә эшләп, коллегалар булып китермен тип башыма ла килтермәнем. Һәм бына редакцияла эшләгән тәүге йыл. Гүзәл апай “Баймакский вестник”, ә мин “Һаҡмар” гәзитенең хаттар һәм социаль тормош бүлеген етәкләйбеҙ. Уға килгән кешеләр – миңә, минекеләр яңылыш Гүзәл апайға инеп китә. Был үҙенә күрә мәҙәк хәлдәр тыуҙыра ине. Шулай ҙа ныҡлы баҫып, уйлағанын күҙгә сәсрәтә әйтеп йөрөгән Гүзәл апайҙан беҙ бер аҙ шөрләй ҙә инек.

Билдәле журналистың хәтирәләренә бирелеүен тыңлап, уның бәхетле бала саҡ кисереүен аңлайһың. Атаһы, үҙенә йәш өҫтәп, Бөйөк Ватан һуғышына үҙ теләге менән киткән сая егет була. Тәүҙә снайпер булып, яраланғас алғы һыҙыҡҡа снарядтар ташып, һуғыштың бар михнәттәрен татып, тыныслыҡтың ҡәҙерен белеп ҡайтҡан яугир Фәниә исемле ҡыҙҙы осрата. Водитель булып эшләгән егет тыныс һәм сабыр булһа, тегенсе, костюмер ҡыҙ уттай янып тора. Бына шундай ҡапма-ҡаршы холоҡло пар иҫ киткес мөхәббәтле һәм татыу ғаилә ҡора. Икеһе лә - драма театрының алмаштырғыһыҙ артистары. Шуға күрә кескәй Гүзәл күберәк өләсәй ҡосағында үҫә. Тиҙҙән театр Сибай ҡалаһына күсә. Артистарға Маяковский урамынан фатир бирәләр. Гүзәл беренсе класҡа ла ошонда бара. Әммә уларҙы ауыр ҡайғыларға һалып өләсәләре мәрхүмә була. Бынан һуң ғаилә кире Баймаҡ ҡалаһына ҡайта. Гүзәл Ниғәмәтова 2-се мәктәптең тиктормаҫ, бар эште башлап йөрөгән, белемгә ынтылған уҡыусыһына әүерелә. Ә етенсе класта уҡығанда ул яҙыша башлай. Бәлки, быға атаһының оҙайлы йылдар район гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Борхан Сәмиғуллин менән аралашыуы тәьҫир итәлер. Тәжрибәле мөхәррир ҡыҙҙағы яҙыу һәләтен күрә һәм эшкә саҡыра. Яратҡан шөғөлө көндәлек мөхитенә әүерелгәненән башы әйләнгән ҡыҙ башкөллө эшкә сума. Хатта сығарылыш кисәһенә лә бармай, уҡыусылар таң ҡаршылаған мәлде, мәҡәлә яҙып ҡаршы ала. Өс йыл редакцияла эшләгәндән һуң, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Дипломлы белгес 105-се һөнәрселек училищеһында эшләп ныҡлы сынығыу ала. Сөнки бында төрлө характерлы, төрлө яҙмышлы балалар менән эшләргә тура килә. 1978 йылда Гүзәл Ниғәмәтова туған редакцияһына ҡайта һәм хаҡлы ялға тиклем береһенән-береһе фәһемле мәҡәләләре, асыштары, көйөгөүҙәре, ҡыуаныстары менән уҡыусыларын уйландыра. Бик күп ижади конкурстарҙа еңеп сыға, хаҡлы рәүештә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемен ала. Ә инде Гүзәл апай Баймаҡ телевидениеһында эшләй башлағас уның был йүнәлештә лә бик һәләтле булыуын сағыу репортаждары күрһәтте.

Бәхетле әсәй һәм өләсәй әле лә редакция эше менән янып йәшәй. “Баймакский вестник” гәзитенең һәр һанында уның аҡыллы уйҙарына һуғарылған төплө мәҡәләләре баҫыла. Дөрөҫөн әйткәндә, бер көн килмәй торһа, беҙ ҙә уны юғалта башлайбыҙ. Әсәләрсә ҡосағына алып, ышаныс һәм ныҡлыҡ бүләк иткән Гүзәл апайыбыҙға беҙ бик тә рәхмәтлебеҙ. Ватанды һаҡлаусылар көнөндә донъяға килгән Гүзәл Исхаҡ ҡыҙы көслө һәм ҡаҡшамаҫ рухлы, уңған, тура һүҙле булыуы менән айырыла. Юбилейығыҙ менән, Гүзәл апай! Ныҡлы һаулыҡта булып, һәр саҡ шулай район гәзитенең ныҡлы ҡәлғәһе булып оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас