Йәмғиәт
24 Февраль 2023, 07:10

Ҡулығыҙ өҙөлөп төшәме?

Баталар, сумалар, әрләшәләр, тик береһе көрәк тотмай! Әллә ирҙәр бөтөп бара инде? Баймаҡҡа килгәндә ҡар таҙартырға тип көрәк һатып алып ҡуйҙым әле...

Ҡулығыҙ өҙөлөп төшәме?Ҡулығыҙ өҙөлөп төшәме?
Ҡулығыҙ өҙөлөп төшәме?

Баймаҡҡа килгән һайын этажкаларҙа йәшәгәндәргә хайран ҡалам. Подъезд янын көрт баҫһа ла, шуны сығып көрәүсе юҡ! 

Әле һуңғы ҡарҙан һуң  дворниктар өлгөрә алмай китәлер. Шул подъезд тулы ирҙәр йөрөй бит.  Ә ниңә сығып йәһәт кенә көрәмәҫкә? Ҡыҙым асыуланһа ла, мин уларға көрәк алып ҡуйҙым. Сығам, таҙартам, бер ҡыйынлығы юҡ! Һаулыҡ ҡына булһын, аяҡ-ҡулдарым эшкинһен. Дворниктың таҙартҡанын көтөп көрткә батып-сумып йөрөргәме хәҙер? Машиналапын сығарам тип әй буксовать итәләр стоянкаларында, ә береһе көрәк тотмай. Их, ирҙәр, юҡҡа сығып бөтөп бараһығыҙ бит! Ояты ни тора!  

67 йәштәге Әсмә инәйегеҙ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас