Йәмғиәт
24 Февраль 2023, 16:05

Кәрәкһеҙ булып сыҡтым

Нимә эшләргә белмәгән ауыр хәлгә ҡалдым...

Кәрәкһеҙ булып сыҡтымКәрәкһеҙ булып сыҡтым
Кәрәкһеҙ булып сыҡтым

Урамда тороп ҡалғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.

Егетем менән өс ай йөрөгәс бергә йәшәй башланыҡ. Уның өләсәһенең фатирында йәшәнек. Тик туй тураһында һүҙ сығыу менән егетем асыуланды. Күптәр шулай йәшәй тип мин дә ҡул һелтәнем. Тик мин ауырға ҡалғас, егетем аборт яһатырға ҡушты. Ә миңә медицина күрһәткестәре буйынса ярамаған булып сыҡты. Егетем мине әрләп әрләне лә юҡҡа сыҡты. Әсәһе килеп ҡыуып сығарҙы.  Әгәр тағы килһәм мине әйберҙәр урлауҙа ғәйепләйәсәген белдерҙе.

Бына шулай урамда тороп ҡалдым. Сөнки мин ауылдан. Ата-әсәйемә әйтергә ҡурҡам. 

Д. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас