Билал ауылында йәшәүсе Зәһинә еңгәй Ғайсина ҡул эшенә оҫта. Әлеге ваҡытта ул алмиҙеү эшләү менән мәшғүл.
Нимә һуң ул иҙеү? Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күлдәгенең таҫма йәки төҫлө материя менән ҡаймаланған түш уйымы. Ҡайһы бер райондарҙа иҙеү үҙ аллы түш биҙәүесе булып ҡулланылышҡа ингән. Оҙонса ярым овал формаһындағы ерлеккә туҡыма таҫмаларын буй итеп тегеп, ҡайһы берҙә уҡа, тәңкә, көмбәҙ баҫыла.
АЛМИҘЕҮ - Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш (Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил) райондарында таралған, тула йәки йоҡа кейеҙ менән эсләнгән ҡара ерлекле ярым овал формаһындағы түш биҙәүесе. Был биҙәүестә тәңкәләр вертикаль рәт булып урынлашҡан. Биҙәү өсөн ювелир сулпы, көмбәҙ, һиҙәп ҡулланылған, ҡайһы берҙә ситен уҡа менән ҡаймалағандар.
Гөлсөм Хөсәйенова.