Йәмғиәт
20 Февраль 2023, 04:00

Балалар - Мерәҫ ағинәйҙәрендә ҡунаҡта

Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

Мерәҫ ауылы ағинәйҙәре (етәксеһе Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова) үҫеп килгән быуын менән бәйләнеш булдырып, йыш ҡына осрашыуҙар ойоштора. Улар бергәләп ер-һыу атамалары, халыҡ ижады өлгөләре, милли йола-кәсептәр , ғөрөф-ғәҙәттәр буйынса төрлө саралар уҙа. Шулай уҡ "Урал батыр" эпосын өйрәнеп, викторина ойошторалар. Саф һауала уйындар үткәрә.
"Ағинәй бүлмә"һендә үткән милли кәсептәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә балаларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Әүҙем ағинәйҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә ылау әҙерләүгә лә үҙ өлөшөн индерә, милли баҫмаларға яҙылыу буйынса ла ауыл халҡы менән эш алып бара.

Әйткәндәй, ойошма етәксеһе - Мәфрүзә Әҡсән ҡыҙы рухиәтле, сабыр һәм аҡыллы, үтә лә баҫалҡы, ауылдаштары араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған ағинәй.

Гүзәл Монасипова,

район "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе.

Балалар - Мерәҫ ағинәйҙәрендә ҡунаҡта
Балалар - Мерәҫ ағинәйҙәрендә ҡунаҡта
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас