Иҫке Сибай ауылында республика кимәлендә үтәсәк "Урал иле " , "Этно ауыл" саралары сиктәрендә "Сергетыш тегеү" буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.
Нимә ул сергетыш? Һәр төбәктә уны эшләмәүҙәре лә ихтимал. Мәғлүмәтте энциклопедияларҙан, һүҙлектәрҙән ҡарап, асыҡлыҡ индереп китәйек. Сергетыш – ҡушма һүҙ. Нигеҙ итеп алынған туҡыманың өҫтөндәге биҙәктәрҙең тигеҙ рәттәргә теҙеп һалып һырылғаны өсөн, йәғни буй-буй һырлы биҙәктәрҙән ҡоролғанға күрә, һыр – сыр – сер сылбыры аша “серге” һүҙенең тамырын төҫмөрләргә була. Һүҙъяһалышта ҡатнашҡан икенсе тамыр – “тыш”, сергетыштың кейеҙҙең тышына һалына торған япма булыуы менән бәйле. Был эштәрҙе беҙ 2 йыл элек үк башланыҡ. Иҫке Сибайҙа үткән йыйындар, ат ярыштарында йыш күргәҙмә менән сығабыҙ, бүләк тә итәбеҙ. "ИРӘНДЕК " башҡорт тоҡомло аттарҙы тергеҙеү Фонды музейында булдыҡ. Ата - бабаларыбыҙҙан ҡалған ҡомартҡыларға, рухи байлығыбыҙға иғтибар итергә кәрәклеген һәр саҡ иҫтә тотабыҙ. Маҡсатҡа ынтылып, үҫеп килгән быуынға еткереү бурысын үтәйбеҙ.
Гөлшат Тулыбаева,
"Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзаһы.