Йәмғиәт
2 Февраль 2023, 09:00

Конкурстың ваҡыты үҙгәрҙе

Алты миллион һум күләмендәге иң ҙур приз «Эре ауылдар» номинацияһында еңеүсегә тапшырыла. Номинацияла еңеүселәргә 5, 4 һәм 3 миллион һум түләнә...

Конкурстың ваҡыты үҙгәрҙеКонкурстың ваҡыты үҙгәрҙе
Конкурстың ваҡыты үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» республика конкурсын үткәреү ваҡыты күсерелде. Конкурстың положениеһындағы үҙгәрештәр хөкүмәт ҡарары менән раҫланған һәм рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документтан күренеүенсә, хәҙер конкурс быйыл 1 августан киләһе йылдың 30 апреленә хәтлем ике этапта ойошторола.

Беренсе муниципаль этап ағымдағы йылдың 1 авгусынан 30 ноябренә тиклем үткәрелергә тейеш. Икенсе республика этабы — ағымдағы йылдың 1 декабренән киләһе йылдың 30 апреленә ҡәҙәр.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса конкурста 54 район (республика райондарының 100%) һәм 1 537 ауыл (республика ауылдарының 34%) ҡатнашҡан. Ике меңдән ашыу спорт һәм күмәк саралар үткәрелгән. Меңдән ашыу ирекмән һәм 37 мең активист йәлеп ителгән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән 2020 йылдан конкурстың бүләк фонды утыҙ тапҡырға — 1,4 миллиондан 40 миллион һумғаса арттырылды. Алты миллион һум күләмендәге иң ҙур приз «Эре ауылдар» номинацияһында еңеүсегә тапшырыла. Номинацияла еңеүселәргә 5, 4 һәм 3 миллион һум түләнә.

Беҙҙең райондан быйыл Иҫке Сибай ауылы еңеүгә дәғүә итә. Уларға уңыштар һәм еңеү теләйбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас