Йәмғиәт
31 Ғинуар 2023, 10:40

Беҙ һеҙҙең менән, уландар!

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бар республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәр өсөн борсола һәм нисек тә булһа уларға ярҙам итергә тырыша.
Йомаш ауылы хаҡимиәт башлығы Мирхәт Рәфҡәт улы, хаҡимиәт хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт эшендә битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙар, Зифа Аҡназар ҡыҙы етәкселегендәге " Ағинәй"ҙәр ойошмаһы, Хәҙисә Зәки ҡыҙы етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙар советы, мәҙәниәт, китапхана, балалар баҡсаһы, мәктәп коллективы, уҡыусылар, финанс яҡтан ярҙам итеүсе ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа гуманитар ярҙам әҙерләүгә ихлас ҡушылды. "Ил ҡайғыһын иң менән күтәрәбеҙ" - тигән берҙәм маҡсат менән дүрт көн буйы, һаҡлау сараһы булһын тигән маҡсат менән, маскировка селтәрҙәрен үрҙек.
Ауылыбыҙҙың хөрмәтле ағинәйе Фәрхәнә Мират ҡыҙы: "Һалдаттарыбыҙ яуҙан имен-һау, теүәл генә ҡайтһын. Уларҙы фәрештәләр үҙ ҡанаты аҫтына алһын", - тип, доғаларын уҡып, иң изге теләктәрен еткерҙе һәм әҙерләп алып килгән бетеүен маскировка ауына бәйләне.
Амин????күгебеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс булһын!
Зифа Исянова,
"Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе.
 
Беҙ һеҙҙең менән, уландар!
Беҙ һеҙҙең менән, уландар!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас